Яйыҡ
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2020, 16:35

Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһы сәбәпле туғыҙынсылар өсөн төп дәүләт имтиханының уҙғарылмауы ихтимал

Рәсәйҙә быйыл коронавирус таралыуы сәбәпле туғыҙынсы кластар өсөн төп дәүләт имтиханын үткәреүҙән баш тартыуҙары мөмкин. Был хаҡта «Рәсәй 24» телеканалында мәғариф министры Сергей Кравцов белдерҙе.

Рәсәйҙә быйыл коронавирус таралыуы сәбәпле туғыҙынсы кластар өсөн төп дәүләт имтиханын үткәреүҙән баш тартыуҙары мөмкин. Был хаҡта «Рәсәй 24» телеканалында мәғариф министры Сергей Кравцов белдерҙе.
Бынан алда туғыҙынсылар рус теленән һәм математиканан ғына имтихан тапшыра тип хәбәр ителгәйне. Ләкин, уның һүҙҙәренсә, хәлдең үҙгәреүе ихтимал. «Бәлки, беҙ уҡыусыларҙы йомғаҡлау аттестацияһынан азат иткән ҡарар ҡабул итербеҙ һәм аттестация ағымдағы баһалар буйынса үтер», — тип билдәләне ведомство башлығы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы теҙмә буйынса туғыҙынсы кластар өсөн төп дәүләт имтиханы 1 июндән 31 июлгә тиклем уҙғарыла. Төбәктәр рус теленән һәм математиканан имтихандар үткәреүҙең төп һәм резерв ваҡытын үҙҙәре билдәләй ала. Быйыл һайлаған фәндәрҙән төп дәүләт имтиханы булмай.
http://www.bashinform.ru/news/1446822-v-rossii-iz-za-koronavirusa-mogut-otmenit-oge-dlya-devyatiklassnikov/
Читайте нас в