Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2020, 13:20

Сәхифәлә лә һаҡ булығыҙ

36 йәшлек яҡташыбыҙға штраф һалынды.

Учалы район-ара прокуратураһы, экстремистик эшмәкәрлеккә ҡаршы тороу тураһында ҡануниәттең үтәлеше даими тикшерелә, тип хәбәр итте. Шул иҫәптән, “ВКонтакте” социаль селтәрендәге шәхси сәхифәһендә 36 йәшлек яҡташыбыҙ дини дошманлыҡҡа булышлыҡ иткән видеоролик урынлаштырыуын асыҡлағандар,ти. Фәҡәт ошо материал 2011 йыл суд ҡарары менән экстримистик, тип танылған була икән. Был хаҡта яҡташыбыҙ белгәнме- белмәгәнме, әммә РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 20.29-се статьяһы буйынса штраф һалынды.
Тыйылған видеоматериал сәхифәнән алып ташландырылды. Бына шулай, йәмәғәт, күсермә яһап ҡына сәхифәгеҙгә ниҙер ҡуйһағыҙ, баштан үҙегеҙ ҡарап сығығыҙ – һис уйламағанда ғәйепле булып ҡалыу булмаҫтай хәл түгел.
Читайте нас: