Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2020, 17:40

Сүп-сар ташлау ҙа автоматлаштырыла

Башҡортостанда контейнер майҙансыҡтарынан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыуҙы мониторинглауҙың автоматлаштырылған системаһы уңышлы эшләй.

Башҡортостанда контейнер майҙансыҡтарынан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыуҙы мониторинглауҙың автоматлаштырылған системаһы уңышлы эшләй. Ул бар республика биләмәһен ялмап ала һәм сүп-сар сығарыуҙы төбәк кимәлендә лә, муниципалитетта ла контролдә тотоу мөмкинлеген бирә.
Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров һөйләне.
Бөгөн системала 24 меңдән ашыу контейнер майҙансығы теркәлгән. Уларҙың күбеһендә фотофиксация эшләй: сүп-сар ташыу машинаһы водителе ҡалдыҡтарҙы сығарғансы һәм сығарғандан һуң фотоға төшөрә, аҙаҡ уны системаға индерә, башҡарған эше буйынса отчет яһай.
Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин белдереүенсә, автоматлаштырылған мониторинг системаһын республикала бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә – дүрт айҙа индерә алғандар. Көн һайын ул 11 меңдән ашыу ваҡиғаны теркәй. Уның эше “Инцидент менеджмент” системаһына бәйләнгән, был халыҡтың мөрәжәғәттәрен урында тиҙ арала ҡарау мөмкинлеген бирә. Көн үҙәгендә торған артабанғы мәсьәлә – халыҡ өсөн мобиль ҡушымта булдырыу.
Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығының Контроль идаралығы хеҙмәткәрҙәренә бөтә республика буйлап контейнер майҙансыҡтарын тикшерергә ҡушты. Төп иғтибарҙы яңы объекттарға бүлергә кәрәклеген билдәләне ул.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/ekologiya/S-p-sar-tashlau-a-avtomatlashtirila-251472/
Читайте нас: