Яйыҡ
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2020, 17:35

Транспорт сығымдарына субсидия юлларға мөмкин

Бөгөнгө көндән Башҡортостанда сит илгә тауар оҙатҡан предприятиеларҙың транспорт сығымдарын ҡаплау өсөн субсидия юллауға ғаризалар ҡабул ителә башланы

Бөгөнгө көндән Башҡортостанда сит илгә тауар оҙатҡан предприятиеларҙың транспорт сығымдарын ҡаплау өсөн субсидия юллауға ғаризалар ҡабул ителә башланы. Был хаҡта республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.
Экспорт эшҡыуарлығын яҡлауға йүнәлтелгән әлеге сара Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының “Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү” төбәк проектына ярашлы икенсе йыл рәттән тормошҡа ашырыла.
“Бөгөнгө көндәге хәл-торошҡа, шул иҫәптән коронавирустың таралыуына бәйле, программа Башҡортостан иҡтисадының тотороҡлоғон нығытыу буйынса тәү сиратта ғәмәлгә ашырылырға тейешле саралар исемлегенә индерелде”, - тип билдәләне дәүләт комитетының матбуғат секретары Илгизәр Санъяров.
Программала 2019 йылдың 1 ноябренән һуң үҙе етештергән продукцияны экспортҡа оҙатҡан предприятиелар ҡатнаша ала. Матди ярҙамдың максималь күләме – 2 миллион һум. Субсидия алыу шарттары менән комитеттың рәсми сайтында танышырға мөмкин: https://foreign.bashkortostan.ru/.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: ufaved.info
Читайте нас в