Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2020, 16:40

Туғыҙ йәшлек баланы 12-се тәүлек эҙләйҙәр

Ғафури районы хакимиәте 22 апрелдә юғалған баланы эҙләү нисек барғанлығы тураһында яҙып сыҡты.

Ғафури районы хакимиәте 22 апрелдә юғалған баланы эҙләү нисек барғанлығы тураһында яҙып сыҡты. Малай Түбәнге Ташбүкән ауылындағы олаталарына ҡунаҡҡа килгән ваҡытта юғалып, үҙаллы эҙләп таба алмағас, туғандары полицияға мөрәжәғәт иткәйне.
"Туғыҙ йәшлек Рөстәм Ишҡоловты 12-се тәүлек эҙләйбеҙ. Был эш Башҡортостандың авария-ҡотҡарыу хеҙмәте, БР Эске эштәр министрлығының кинологтар хеҙмәте, ирекмәндәр менән берлектә атҡарыла. Бала булыуы ихтимал бөтә урын-ер бер нисә ҡат тикшерелде. Эҙләүҙә автомобиль, кәмә, квадроциклдар ҡулланылды. Урман һыҙаттарын, һыу буйҙарын, йылғаны яңынан тетеп сығыу өсөн күп кеше ҡатнашты һәм төрлө саралар ҡулланылды, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә һөҙөмтәһеҙ", - тип хәбәр итәләр хакимиәттән.
Алдараҡ Төбәк тәфтиш комитеты эҙләү ҡатмарлыҡтар тыуҙырмаһын өсөн "Үлтереү" статьяһы буйынса енәйәт эше асҡайны.
Фото: vk.com
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: