"Йәшел Башҡортостан" акцияһының тәүге этабы тамамланды. Унда 12 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Бөтәһе 77 мең ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылған. Был уҙған йылдағынан аҙыраҡ, әлбиттә. Уны бөтә илгә иғлан ителгән коронавирусҡа бәйле хәл менән аңлатыла. Акцияла баймаҡтар ҙа ихлас ҡатнашты. Аллеяларға, парк-скверҙарға, шулай уҡ баҡсаларға ла йәш үҫентеләр ултыртылды. Сарала ҡатнаша алмаусылар иһә үҙ ихата алдарында төрлө емеш ағастары ултыртып булһа ла теләктәшлек белдерҙе. "Йәшел Башҡортостан" акцияһының икенсе этабы октябрь айына планлаштырыла, тип хәбәр итәләр Республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.