Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Май 2020, 11:32

Ризыҡ таратыла

“Башҡортостан аҙыҡ-түлеге. Һеҙҙең турала хәстәрлек” проектын сәнәғәт предприятиелары тормошҡа ашыра

Ошо көндәрҙә “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге. Һеҙҙең турала хәстәрлек” хәйриә проекты башланды. Учалы ултыраҡтарында һәммәһе 1643 аҙыҡ-түлек йыйылмаһы таратыла, тип хәбәр итте район хакимиәте. Составында – ярмалар, көнбағыш майы, консервалар, печенье, сәй-шәкәр. Был күстәнәстәр билдәләнгән категориялағы күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән, бала тәрбиәләгән ғаиләләргә тәғәйен.
Өләшеү менән ирекмәндәр, социаль һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре мөшғүл, ә сауаплы эшкә аҡсаны Урал тау-металлургия компанияһы, Башҡорт сода компанияһы, «Интер РАО ЕЭС» бүлгән, ти. Йыйылмаларҙың бер өлөшө – “Берҙәм Рәсәй” партияһы аша килә, тип хәбәр ителде. Фотография район хакимиәтенең сәхифәһенән алынды.
Читайте нас: