Яйыҡ
+12 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2020, 11:15

Атайым алдында баш эйәм

Иң яҡшыһын һайлап алығыҙ тип,Атайҙарҙы Хоҙай теҙһә әгәр.Мең-мең кеше араһынан,Һине генә һайлар инем.Тап ошолай тип бәйән итәм атайым, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әсәҙуллин Хәмзә Хафизитдин улы тураһында.

Бөйөк Еңеүгә – 75 йыл ФОТО ВК Гүзәлдә
Атайым алдында баш эйәм
Иң яҡшыһын һайлап алығыҙ тип,
Атайҙарҙы Хоҙай теҙһә әгәр.
Мең-мең кеше араһынан,
Һине генә һайлар инем.
Тап ошолай тип бәйән итәм атайым, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әсәҙуллин Хәмзә Хафизитдин улы тураһында.
Атайым 1919 йылдың февралендә Учалы районының Һөләймән ауылында тыуған. Бар булмышы менән эскерһеҙ, ихлас кеше булды. Минең өсөн ир-ат, атай булараҡ һәр ваҡыт абруй ине.
Һуғыш башланыр алдынан 1937 йылда 18 йәше тулған, әле генә һөйгәне менән ҡауышҡан егетте әрме сафына алалар. Әсәйем уны имен-аман әйләнеп ҡайт, тип оҙатып ҡала. Күп тә үтмәй һуғыш башлана, атайым хеҙмәтен яу ҡырында дауам итә. 198-се уҡсылар полкында яу юлын үтә. Немец илбаҫарҙарын еңгәндән һуң, Япон армияһына ҡаршы һуғышҡа Манчжурияға ебәрелә. Яҡыныбыҙ шулай итеп, әрме йылдары менән бергә 8 йыл буйы Тыуған иле алдында изге бурысын үтәп, немец илбаҫарҙарын дөмөктөрөп, 1946 йылдың сентябрендә өйөнә ҡайта. Ҡәһәрле һуғыш йылдары ваҡиғалары тураһында күп итеп һөйләмәне. Һәр ваҡыт: «Беҙ күргәндәрҙе күрергә яҙмаһын», - тип әйтә торғайны. Бының сере башҡорт ир-атының аҙ һүҙле, күп һөйләшеп бармауында булғанмы икән? Бәлки унан һуғыш хәтирәләрен һөйләтергә беҙҙең ныҡышмалылыҡ етмәгәндер. Ғүмер шулай сикһеҙ дауам итер, атай мәңге йәшәр, тип уйлағанбыҙҙыр күрәһең. Хәҙер шуныһы үкенестә ҡалды. Шулай ҙа ул беҙҙең мәңге хәтерҙә, полкташтары менән төшкән фотоларын, миҙал-ордендарын ҡәҙерләп, һаҡлап тотабыҙ. Яҡыныбыҙ “Хәрби ҡаһарманлыҡтары өсөн”, “Сиҙәм ерҙәрен күтәргән өсөн”, “Японияны еңгәне өсөн” миҙалдары, “II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы” ордены менән наградланған.
Атайым 1951-1952 йылдарҙа тракторсылар курсын тамамлай. Ғүмер буйы яратҡан һөнәренә тоғро ҡалып, намыҫлы эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Ул бик ипле, эске мәҙәнилеге менән кешеләрҙе үҙенә тартып торҙо. Олоһо ла, кесеһе лә кәңәш һорап: «Хәмзә бабай», - тип йүгереп килеп етәләр ине. Ауылдаштары араһында абруйы бик ҙур булды. Атайым алдынғы ҡарашлы, тормошо менән ҡәнәғәт булып йәшәне. Беҙҙе, балаларын үҫтереп, бөтәһенә лә яҡшы белем, тәрбиә бирҙе. Шуның өсөн уға бик рәхмәтлебеҙ.
Әсәйем - Әсәҙуллина Рәфиҡә Ишмөхәмәт ҡыҙы. Һуғыш осоронда 18 йәшлек ҡыҙға төрлө эштәрҙә эшләргә тура килә. Шуларҙың иң ауыры — күрән ҡырҡҡан ваҡыттарын бик әсенеп һөйләй торғайны. Ҡатын-ҡыҙ ағас ҡырҡып, һал итеп йылға буйлап ағыҙғандар. Белорет урмандары булғандырмы икән, быныһы беҙгә билдәһеҙ.
«Аҙналар, айҙар буйы ҡайтмайбыҙ. Эш ауыр, шунда ҡунабыҙ, шунда ашайбыҙ. Күбеһе ауырлыҡтарға түҙмәй ҡасып ҡайта ине. Эш күп, тегене белмәйем, быны белмәйем тип торманыҡ. Түҙеп эшләргә тура килде», - тип һөйләй торғайны. Әсәйем йор һүҙле, шаян кеше ине. Бер ваҡытта ла күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәне. Атайым һуғыштан бүләк итеп килтергән яулыҡ тарихын ҡыҙыҡ итеп һөйләй торғайны. Атайымдың ҡыйыуһыҙлығымы, тыйнаҡлығымы шул. Әсәйем яулыҡты үҙенә бүләк итмәҫ борон, был миңәме, тип һә тигәнсе ябынып та ала. Үткер, шуҡ холҡо олоғайғас та ҡыйынлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәҫкә ярҙам итте. Бүләк яулыҡ әле лә һаҡлана. Ҡәҙерлеләремде һағынғанда яулыҡты ҡосаҡҡа ҡыҫып, бала саҡ хәтирәләренә күмелеп, уйҙарға бирелеп алам. Әлбиттә, бүләктең серен дә аңлайым. Атайым менән әсәйемдең мөхәббәттәре бик ҙур булды. Быны һөйләп тә, яҙып та килештереп булмаҫ. Шул тиклем матур йәшәнеләр. Мин ысын мөхәббәтте күреп, уның ялҡынында үҫкән баламын, тип ҡыуанам. Бер-береһен һаҡлап-яҡлап 52 йыл ғүмер кисерҙеләр. Атайым - 79, әсәйем 77 йәшен тултырып фани донъяға күстеләр. Бер-береһенә бер ҡасан да ауыр һүҙ әйтмәнеләр. Һәр ваҡыт бер-береһен көтөп, ҡарап-тәрбиәләп, тормоштоң, һәр көндөң, кешеләрҙең ҡәҙерен белеп йәшәнеләр. Беҙ, балалары-ейәнсәрҙәре, йыйылышып һәр ваҡыт яҡындарыбыҙҙың ҡәберҙәрен тәртипкә килтереп, сәскәләр һалабыҙ. Улар менән һөйләшеп ҡайтабыҙ.
Быйыл Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итәбеҙ. Еңеү көнө беҙҙең өсөн дә бик ҡәҙерле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә ҡайһы бер ҡитғаларҙа тыныс түгел, шуның өсөн үҙебеҙҙәге тыныслыҡтың, матур тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйек. Тарихты онотмай, һуғыш афәттәрен хәтерҙә тотһаҡ ине. Бөгөнгө тыныс тормошобоҙҙо киләһе быуынға һаҡлап ҡалдырып, имен-аман ғүмер кисерергә яҙһын.
Рәфиә ӘСӘҘУЛЛИНА,
Учалы ҡалаһы.
Читайте нас в