Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2020, 15:25

Бөйөк Еңеү көнөндә Миңлеғәле Шайморатовтың «Алтын Йондоҙ» миҙалын ҡаршы алыу сараһы үтәсәк

Юғары дәүләт наградаһы илдең баш ҡалаһынан самолет менән килтерелә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл мартта Владимир Путин указы менән генерал-майорға үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. Тарихи тантанала Өфө мотоциклистары ла ҡатнаша. Улар хәрби техника коллонаһын оҙатасаҡ. Теманы БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Николай Красников техника менән бала саҡтан дуҫ, тормошон мотоциклһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Өфөләге Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәге спортсыһы күп тапҡыр донъя чемпионы исеменә лайыҡ. Бөйөк Еңеү көнөндә ул үҙе кеүек мотоциклистар менән Миңлеғәле Шайморатовтың «Алтын йондоҙ» миҙалын ҡаршы аласаҡ. Көтөп алынған тарихи ваҡиғала ҡатнашыу ҙур ғорурлыҡ, тип бүлешә спортсыларҙың тренеры.
Хәрби техниканың был моделдәре юҡҡа ғына һайланмай, улар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, ти Өфө реконструкторҙары.
Нәҡ был мотоцикл һуғышта ҡатнашмаған, әммә был моделдәр ул осорҙа күпләп эшләнгән. Әгәр ҙә яңылышмаһам, улар 1939 йылдан алып сығарыла башлай.
Олег Голубев, моторист
Юғары награданы ҡаршы алыу парадында бер автомобиль һәм 5 мотоцикл экипаждары ҡатнашасаҡ. Техника иҫке, шуның өсөн уны ентекле итеп әҙерләү - төп бурыс булып тора. Ретро автомобилдәр музейында мотористар мотоциклдарҙың двигателдәрен йүнәтеү, яңы тәгәрмәстәр ҡуйыу менән мәшғүл.
Ошоға тиклем дә парадтарҙа йөрөнөк, әммә быйыл ҡатнашыу минең өсөн оло мәртәбә. Бөйөк Еңеүҙең юбилей йылында «Алтын йондоҙ» миҙалын йөрөтәсәкмен.
Леонид Спирин
Юғары дәүләт наградаһы илдең баш ҡалаһынан самолет менән килтерелә. Аэропортта ҡаршы алғандан һуң, хәрби техникалар колоннаһы Өфөнөң үҙәк урамдары буйлап үтәсәк. Совет майҙанында «Алтын Йондоҙ» мәңгелеккә һаҡлау өсөн республиканың Милли музейына тапшырыу ҡаралған.
Әлфинә Килдейәрова.
Читайте нас: