Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2020, 11:00

Диндар ҙа, ҡыйыу яугир ҙа булды ул

Ишкен ауылынан Һаҙый Мөхәмәтсафа улы Сафиндың яҡты иҫтәлегенә бағышлана.

Һуғыш! Был һүҙҙе ишетеү менән күңелем ауыр хистәр менән тула. Тыуған илен һаҡлап, яугирҙарҙың утҡа ингәне күҙ алдыма килә. Минең дә Хаҙый олатайым киләсәк быуындың тыныс, бәхетле тормошо өсөн ҡулына ҡорал алырға мәжбүр булған.
Һаҙый Мөхәмәтсафа улы Сафин 1894 йылда Ишкен ауылында тыуған. Әсәһе бик ҡаты ауырып китә һәм иртә вафат була. Балалар Мөхәмәтсафаның икенсе ҡатыны ҡулында ҡалалар. Ҡаты бәғерле үгәй әсәйҙән бер йылы һүҙ ишетмәй, ҡағылып - һуғылып үҫкәндәр,ти. Ғаиләлә Һаҙый олатайымды артыҡ тамаҡҡа һанап, Байрамғол ауылы мәҙрәсәһенә уҡырға биргәндәр. Уның кейергә кейеме, ашарға аҙығы ла булмаған. Шул сәбәпле, Шәрәкән тигән байға эшкә ялланған. Байҙың балаларын ҡарай, һыу ташый, самауыр ҡайната һәм төрлө ваҡ йомоштарын үтәй.
Һаҙый олатайым, үҙенең ауыр бала сағы тураһында һөйләгәндә: “Балаҡайым, әсәйеңде тыңлап ҡына үҫ. Әсәйһеҙ бик ҡыйын донъяла: яҡлаусы ла юҡ, тыңлаусы-йәлләүсе ла юҡ...,” – тип күҙ йәштәрен һөртә ине.
Әллә 13, әллә15 йәшлек кенә булғанда үҫмер егеткә Япон һуғышында үлгән ағаһының ҡатынын кәләш итеп алып биргәндәр. Еңгәһе (Ҡарағужа ауылынан) байтаҡҡа үҙенән оло булған. Олатайым уҡып бөткәс тә, Шәрәкән байҙа эшләүен дауам иткән. Уларҙың ике балаһы тыуған. Шул осорҙа байға Шәрифә исемле йәш ҡыҙ ҙа эшкә ялланған. Ике йәш йөрәктә мөхәббәт уты ҡабынып киткән. Беренсе ҡатыны (еңгәһе) уларҙың бер – береһенең өҙөлөп яратыуҙарын күреп, балаларын олатайыма ҡалдырып, үҙ ауылына ҡайтып киткән.
Һаҙый олатайым 20 – се йылдарҙа Шәрифә өләсәйемә өйләнгән. Белеме булғас, уны революциянан һуң яҙыу- һыҙыу эшенә ҡушҡандар. Совет власы ваҡытында ла шул эште башҡарған, ә өләсәйем колхозда бригадир булып эшләгән.
Бөйөк Ватан һуғышы башланып киткәндә, олатайыма илле йәштәр тирәһе була. Граждандар һуғышында легендар Блюхер дивизияһының кавалерисын йәнә кавалерияға ебәрәләр. Ул Германияға тиклем барып етә. “Ҡайным һымаҡ атта һыбай бер кем дә шулай оҫта, кәүҙәһен теп-текә тотоп ултыра алмай ине. Һуғышта ҡаты яралана, госпиталгә эләгеп, оҙаҡ дауаланған. Пуля бот һөйәген онтап, үтәнән – үтә сыҡҡан була. Аяғын һоноп ултырһа, бер аяғы 7 - 10 сантиметрға ҡыҫҡараҡ ине. Атлағанда ла бер яҡҡа һылтыҡлап атланы. Ҡәһәрле һуғыш йылдарын иҫкә төшөрөргә яратманы, йәш быуынға тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәклеген аңлата торған ине,” - тип һөйләне әсәйем.
Олатайым хаҡында минең күңелемдә лә тәьҫораттар уйылып ҡалған. Күҙ алдымда олатайым менән өләсәйемдең өйҙәре. Олатайым намаҙ уҡый, мин уны икенсе бүлмәнән тын алмайынса ғына күҙәтәм. Ул бик диндар кеше булды. “Мине һуғыштан биш намаҙым алып ҡайтты, нисек ҡыйын булһа ла, берәүһен дә сәбәпһеҙ ҡалдырмаҫҡа тырыштым,” – тип әйтә торған ине.
Түр яҡтың стенаһында сағыу келәмдә тиҫтәләгән миҙалдары эленгән. Мин уларҙы бәләкәй генә устарыма алып ҡарайым. Улар ҡояшҡа сағылып, түшәмдә төрлө - төрлө төҫкә инә. Минең өсөн ул үҙе бер тамаша!!! Олатайым минең башымдан һыйпап, һәр бер миҙалдың тарихын һөйләй: “Быныһын оло Днепр йылғаһын кискән ваҡытта,
быныһын ... (исемдәрен хәтерләмәйем инде) ҡаланы азат иткәнгә бирҙеләр, ә бер миҙалымды яу ваҡытында кеҫәмдән төшөрөп ҡалдырғанмын,” – тип ауыр ғына көрһөнөп ҡуя.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ишкен ауылында янғын сығып, олатайымдың ҡомартҡыларын да, ул торған өйҙө лә һаҡлап ҡала алманыҡ.
Халыҡ араһында олатайым бик абруйлы кеше булған. Уны ололап “Һазый мулла” тип йөрөткәндәр. Олатайым дини белемен халыҡҡа ихлас бүлешкән. Сабый донъяға тыуһа, барып исем ҡушҡан. Донъянан киткәндәрҙе – ерләшкән. Унан кәңәш һорап, хатта
икенсе ауылдарҙан да килә торғайнылар. Ишкен ауылының аҡһаҡалдары, ағинәйҙәре олатайымды һаман да ихтирам менән иҫкә алалар: “80 – се йылдарға тиклем донъяға килгән һәр бер сабыйға Һаҙый олатайың исем ҡушты бит. Аллаға шөкөр, был балалар үҫеп, хәҙер үҙҙәре атай-әсәй инде, хатта ҡайһы берәүҙәре ҡәҙерле олатай-өләсәй булдылар.”
Олатайым менән өләсәйем 6 балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына баҫтырҙылар. Тик улдары Ғалип ҡына (1924 йылғы) Бөйөк Ватан һуғышынан кире әйләнеп ҡайтмай. Ғалип бабайым 101 - се танк бригадаһында өлкән сержант орудие командиры булып хеҙмәт итә. Ул Латвияны азат иткәндә батырҙарса һәләк була һәм Русас хуторында туғандар ҡәберлегендә ерләнә.
Ҡәҙерлеләребеҙ балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә өлгө булдылар. Балаларына ла тик яҡшы сифаттар ғына тәрбиәләргә тырыштылар. “Кеше әйберенә тейә күрмәгеҙ, юғалтыуҙарығыҙ күберәк булыр. Хоҙай
бөтәһен дә күрә. Кешеләрҙе рәнйетмәгеҙ...” – тип гел иҫкәртер булдылар. Беҙҙе иркәләп, йоҡонан иртә уятмай торғайнылар: “Йоҡолары туйғансы йоҡлаһындар. Ҙурайғансы йоҡлап ҡалһындар, аҙаҡтан йоҡо эләкмәҫ.” Һаҙый олатай беҙгә тәмлекәстәр биреп тә ҡыуандыра торғайны. Уның һыйлаған кәнфиттәр, прәниктәҙең тәме әле лә иҫемдә...
Олатайымды Еңеү көнө етһә, йыл һайын клубҡа, мәктәпкә саҡырып, бүләктәр тапшыра торғандар ине. Бер байрамда уға радиотранзистор бүләк иттеләр. Эй, шунда шатланғайны! Бергә бәпкә көтөргә сығабыҙ ҙа, транзисторҙан музыка тыңлайбыҙ. Шешәгә яһалған сәй эсәбеҙ, олатайым беҙгә тәмлекәстәр өләшә... Аҡҡан һыу кеүек үтте лә китте шул ул көндәр, һағынып иҫләйһе генә ҡалды.
Олатайым менән өләсәйем 1982 йылда бер-бер артлы баҡыйлыҡҡа күстеләр, йәндәре йәннәттә булһын!
..Бөгөн байрам, ләкин йөҙҙәр моңһоу,
Еңеү тантанаһы илемдә,
Күп ҡорбандар аша килгән Еңеү,
Онотолмаһын ине мәңгегә!
Онотолмаһын ине мәңгегә!
Мәҡәләне шағир Радик Хәкимйәндең тап шул юлдары меән тамамлайһы килә - онотолмаһын ине мәңгегә!
Рәмзиә Шәмиғолова, Ураҙ ауылы.
Читайте нас: