Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2020, 11:25

Эшһеҙҙәр һаны артыу өҫтөндә

Коронавирус халыҡтың йәшәйешенә ҙур үҙгәреш индерҙе. Иң борсолдорғаны, күптәрҙең эшһеҙ ҡалыуы. Хеҙмәт баҙарында хәлдәр киҫкенләшә. Мәшғүллек үҙәктәренә ғаризалар менән мөрәжәғәт итеүселәр артҡандан-арта бара. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, ғаризалар һаны көн һайын ике меңгә арта.

Коронавирус халыҡтың йәшәйешенә ҙур үҙгәреш индерҙе. Иң борсолдорғаны, күптәрҙең эшһеҙ ҡалыуы. Үҙаллы изоляция иғлан ителгәндән һуң ҡайһы бер ойошма-предприятиеларға ваҡытлыса эшмәкәрлеген туҡтатырға тура килде. Сауҙа кибеттәре, йәмәғәтселек туҡланыуы, туризм, ҡунаҡханалар һәм башҡалар ҙа ябылды.
Хеҙмәт баҙарында хәлдәр киҫкенләшә. Мәшғүллек үҙәктәренә ғаризалар менән мөрәжәғәт итеүселәр артҡандан-арта бара. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, ғаризалар һаны көн һайын ике меңгә арта.
- Төбәгебеҙҙә лә эшһеҙҙәрҙең артыуы күҙәтелә. Мәғлүм булыуынса, апрелдән эшһеҙлек буйынса максималь пособие күләме артты. Быға тиклем эшһеҙлек буйынса пособиеның максималь күләме 8 000 һум булһа, хәҙер минималь эш хаҡына тиклем күтәрелеп, 12 130 һумға етте.
Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса пособие күләме район коэффициенты күләменә артып, 13 949,5 һум тәшкил итә. Һәр аныҡ осраҡта эшһеҙ граждан ѳсѳн пособие күләме шәхсән билдәләнә, йәғни мөрәжәғәт итеүсенең һуңғы эш урыны буйынса уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡынан; хеҙмәт мѳнәсәбәте аҙнаһы һанынан (граждан мәшғүллек үҙәгенә мѳрәжәғәт иткәнгә тиклем 12 ай дауамында нисә аҙна хеҙмәт мѳнәсәбәтендә торған), 26 аҙнанан да кәм булмаған хеҙмәт мѳнәсәбәттәре булған граждандар ѳсѳн тәүге ѳс айҙа эшһеҙлек ѳсѳн пособие эш хаҡының һуңға ѳс айындағы уртаса хеҙмәт хаҡының - 75 проценты, артабанғы ѳс айҙа 60 процент күләмендә. Күптәр мәшғүллек үҙәгенә теркәлеп, юғары күләмдә пособие алырға өмөт итә. Әммә билдәләп үтергә кәрәк, максималь пособиеға барыһы ла дәғүә итә алмай. Әгәр ҙә һеҙ оҙайлы ваҡыт эшләмәгәнһегеҙ икән, йәғни эш көндәрегеҙ 26 аҙнаға тулмаһа минималь пособие ғына түләнәсәк, - тип аңлатма бирә үҙәк директоры Әлфиә Әйүпова.
Карантин ваҡытында мәшғүллек үҙәге дистанцион эш графигына күсте. Һәр эшһеҙ кеше ғаризаны "Работа в России" порталы аша ебәрә ала. Тәүҙә паспорт мәғлүмәттәрен ебәреү ҙә етә. Артабан һеҙгә шылтыратып, тулыраҡ мәғлүмәт аласаҡтар. Эшһеҙлек буйынса һорауҙар булғанда, Учалы мәшғүллек үҙәгенең “ҡыҙыу бәйләнеш” 6-19-33, 6-25-95 телефондары буйынса мѳрәжәғәт итергә мѳмкин.
Мәшғүллек үҙәгендә бөгөнгө көндә 376 вакантлы эш урыны асыҡ. Әйткәндәй, эшләргә теләгәндәргә хеҙмәт хаҡы 15 мең һумдан 40 мең һумға тиклем тәшкил иткән вакансиялар бар. Ҡала-районыбыҙҙа әлеге мәлдә селтәрле сауҙа кибеттәренә (“Магнит”, “Красное Белое”, “Пятерочка” һәм башҡа) һатыусылар кәрәк, водителдәргә лә ҡытлыҡ. Әйткәндәй, водителдәргә һәр ваҡытта ла һорау ҙур, улар бер ваҡытта ла эшһеҙ ҡалмаясаҡ. “Саңғалыҡ диорит карьеры”на, “Дорзеленстрой” йәмғәитенә эшселәр талап ителә. Эш урындары тураһында тулы мәғлүмәтте https://rabota.bashkortostan.ru/ сайтына инеп алырға була. Шунда уҡ эш биреүсенең телефон номерҙары ла бар, шылтыратып һорауҙарығыҙға яуап алырға мөмкин.
- Властың төп бурысы – эшһеҙҙәрҙе эш менән тәьмин итеү, ә пособие түләү генә түгел. Пособие кешегә эш тапҡансы ярҙам итергә тейеш. Күреүегеҙсә, әлеге ваҡытта ярайһы ғына эш хаҡы тәҡдим иткән вакансиялар бар. Юғиһә, ҡайһы берәүҙәр, мәшғүллек үҙәгенә тороп ҡына аҡса алып ятырға ниәтләй. Пособие ғүмерлеккә тәғәйенләнмәй бит, - тине Әлфиә Рәшит ҡыҙы.
Күптән түгел социаль селтәрҙә Сибай мэры Рөстәм Афзаловтың үҙенең сәхифәһендәге яҙмаһы халыҡ араһында ҙур шау-шыу ҡуптарҙы. Сибай мэры рәсми рәүештә эшләмәгән һәм коронавирус арҡаһында аҡсаһыҙ ҡалған кеше быға үҙе ғәйепле булыуын белдерә: “Һуңғы аҙналарҙа миңә эшен юғалтҡан граждандар мөрәжәғәт итә. Уларҙың бөтәһенең дә хәле бер үк – рәсми теркәлмәйенсә эшләгәндәр. Үҙизоляция режимы башланғас, бер ниндәй ярҙамһыҙ тороп ҡалғандар. Хәҙер һеҙҙең социаль да, хоҡуҡи ла яҡлауығыҙ юҡ. «Конверттағы эш хаҡы»на риза булып, ҙур хата яһанығыҙ. Бәлки, ул саҡта нимә эшләгәнегеҙҙе аңламағанһығыҙҙыр. Бәлки, белеп тә, ошондай аҙымға барғанһығыҙҙыр. Ләкин ниндәй осраҡта ла, һеҙ еңелдегеҙ”.
Ул кешеләргә һабаҡ алырға һәм киләсәктә ошондай хаталарҙы ҡабатламаҫҡа кәңәш бирҙе. Ысынлап та, уның һүҙҙәрендә бер ни тиклем хаҡлыҡ бар. Бөгөнгө еңел булмаған ваҡытта нигеҙҙә эш урынында рәсми теркәлмәй эшләгәндәр ныҡ зыян күрҙе. Үҙаллы изоляция иғлан ителеп, эшмәкәрлектәре туҡтау менән ҡайһы бер эш биреүселәр хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләүҙән баш тартты, ундайҙарҙың һаны киләсәктә тағы күпмегә артыр, билдәһеҙ. Бөгөнгө көндә һәр яҡлап та рәсми теркәлеп эшләгәндәр отошта ҡалды. Илдәге хәл киләсәктә күптәр өсөн һабаҡ булыр, моғайын.
Нурия ШӘРИПОВА.
Читайте нас: