Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2020, 10:45

Эш хаҡы майҙа нисек түләнәсәк?

Был хаҡта илдең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы белдергән.

Был хаҡта илдең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы белдергән.
Һүҙ 6, 7 һәм 8 май хаҡында. Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был көндәр өсөн хеҙмәт хаҡы апрелдәге ошондай уҡ көндәр кеүек түләнәсәк. Эш хаҡы һаҡланасаҡ һәм ғәҙәттәге күләмдә ҡапланасаҡ.
Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяковтың һүҙҙәренә ҡарағанда, әгәр хеҙмәт бурыстары эшләмәгән көндәрҙә лә үҙгәрмәгән икән, хеҙмәткәрҙәр өсөн эш хаҡы ла һаҡланырға тейеш.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: илдә 6,7 һәм 8 май эш көндәре түгел тип иғлан ителгәйне. Ә 1-нән 5-нә, 9-ынан 11 майға тиклемге көндәр иһә рәсми ял көндәре.
Фото:politsib.ru.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: