Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2020, 12:55

Ғүмерлек яра ул - һуғыш

Үзбәк Абдрахман улы 1924 йылда Малай Муйнаҡ ауылында донъяға килгән. 4 йәше тулыр-тулмаҫтан әсәйһеҙ ҡала. Атаһын, Абдрахман Ибәт улын, нахаҡҡа бәлә яғып, ҡулға алалар. Ул шул китеүенән кире әйләнеп ҡайта алмай, астан үлеп ҡала. Ете бала етем ҡала.

Дәһшәтле һуғышты үткән ветерандар һаны йылдан-йыл кәмей. Ошо ғәрәсәтле осор онотолмаһын өсөн, уларҙың батырлығы, үҙ-үҙҙәрен аямай илебеҙҙе һаҡлауҙары тураһында йышыраҡ һөйләргә кәрәк. Миҫал өсөн, уҙған йыл 95 йәшлек юбилейын билдәләгән Үзбәк Абдрахман улы Бузыкаев - ошо иҫәптән. Ауыр һуғыш юлдарын үтеп, лайыҡлы тормош кисергән, балалар үҫтереп, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәгән аҡһаҡал ул.Үзбәк Абдрахман улы 1924 йылда Малай Муйнаҡ ауылында донъяға килгән. 4 йәше тулыр-тулмаҫтан әсәйһеҙ ҡала. Атаһын, Абдрахман Ибәт улын, нахаҡҡа бәлә яғып, ҡулға алалар. Ул шул китеүенән кире әйләнеп ҡайта алмай, астан үлеп ҡала. Ете бала етем ҡала. -Әсәйемдең вафатынан һуң беҙ өлкән ағайым Фәйзи тәрбиәһендә ҡалдыҡ. 1934 йылдан 1942 йылға тиклем мине икенсе ағайым - Фазыл үҙенә алып ҡайтты. Был ваҡытта ул Кемер өлкәһенең Прокопьевск ҡалаһында йәшәй ине. Унда мин 10 класты тамамланым һәм мәктәптә уҡытыусы булып эшләй башланым, - тип хәтер ебен һүтте ветеран. 1942 йылдың сентябрендә егетте хәрби хеҙмәткә алалар. Смоленск өлкәһенең 124-се уҡсылар бригадаһы командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Үзбәк Абдрахман улы Польша, Чехословакия ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша, өс тапҡыр ҡаты яралана. Ул Берлинға һөжүм итеүҙә лә, Рейхстагты алыуҙа ла ҡатнаша. Үҙенә ҡушылған заданиеларҙы һәр ваҡыт еренә еткереп үтәй. Шулай, бер тапҡыр, ҡаты яраланыуына ҡарамаҫтан, фронт һыҙығы аша үтеп, батальон командирына мөһим документтарҙы тапшыра. Кенигсберг эргәһендә барған ҡаты алышта ла ауыр яралана. Дошман пуляһы һул ҡулының һөйәген һындырғансы тишеп үтә. Сираттағы алышта Совет һалдаттарына дошман беҙҙекеләрҙе бер-бер артлы ҡырған дошман пулеметын юҡ итергә тигән фарман бирелә. Әммә бер туҡтауһыҙ ут сығарып ялҡынын бөрккән немең ҡоралына яҡын барырлыҡ булмай. Үҙенә яҡынайған һәр кемде ул "селтәргә" эйләндереүҙән туҡтамай. Ошо задание ваҡытында күптәр ҡырыла. Әммә артҡа сигенергә ярамай. Шул ваҡыт ҡаһарман яҡташыбыҙ ҡулына өс граната ала ла утлы ямғыр аҫтынан алға шыуыша башлай. Тәүге икәүһе яҙа эләгә. Ахырҙа Үзбәк ағай былай эш сыҡмаҫын аңлай һәм, нимә булһа ла булыр ти ҙә, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, һуңғы гранатаһын тубыҡланған килеш ырғыта. Граната был юлы сәпкә тейә. Хоҙайҙың ҡөҙрәте менән генә иҫән ҡала. Ошо батырлығы өсөн "Ҡаһарманлыҡ миҙалы" менән наградлана. Өсөнсө тапҡыр дошман пуляһы аяғына эләгә. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм башҡа бихисап миҙалдар менән бүләкләнә. Еңеүҙе ул госпиталдә ҡаршылай. 1947 йылдың апрелендә демобилизацияланғас, районына ҡайта, үҙенең яратҡан эшен дауам итә - Килмәк, Ураҙ, Наурыҙ мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1948 йылда Әсмә исемле ҡыҙға өйләнә. Биш балаға ғүмер бүләк итәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше бөгөн беҙҙең арала юҡ.1962 йылда ситтән тороп Магнитогорск педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә. 1976 йылдан Илсе урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Яратҡан һөнәрен ҙур һөйөү менән башҡарып, мәғариф система­һында оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыға.10-сы тиҫтәһен ваҡлаһа ла, Үзбәк ағай һаман теремек, йор һүҙле. Уның менән һөйләшеүе - үҙе бер ғүмер. Үҙенең һуғыш йылы хәтирәләре менән ихлас бүлеште һәм әңгәмә аҙағында йылмайып оҙатып ҡалды. Вилиә ЯНБАЕВА.
Читайте нас: