Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2020, 10:55

Радий Хәбиров – иң йоғонтоло етәксе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй субъекттары етәкселәре рейтингында позицияһын нығытҡан, ул иң йоғонтоло етәкселәрҙең береһе тип танылған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй субъекттары етәкселәре рейтингында позицияһын нығытҡан, ул иң йоғонтоло етәкселәрҙең береһе тип танылған.
Был турала Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы белдергән. Ағымдағы йылдың апрель йомғаҡтары буйынса Радий Фәрит улы алтынсы урынды биләгән, ә элек туғыҙынсы урында булған.
Башҡортостан Башлығының танылыуы эшҡыуарлыҡты үҫтереү менән бәйле. UfaTime.ru хәбәр итеүенсә, көрсөккә ҡаршы сараларҙың ике иҡтисади пакеты республика бюджетына 30 миллиард һумға төшәсәк.
Радий Хәбиров Татарстан Президенты Рөстәм Миңлехановты үтеп киткән (ул – исемлектә туғыҙынсы урында), Мәскәү һәм Тула өлкәһе губернаторҙары, Чечня Башлығы, шулай уҡ Санкт-Петербург һәм Мәскәү ҡалалары мэрҙарынан ғына ҡалыша.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас: