Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2020, 10:45

Райондарға юғары тиҙлекле интернет

Башҡортостан Хөкүмәтендә республикалағы мохтаж булған төбәктәрҙе интернет менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды.

Башҡортостан Хөкүмәтендә республикалағы мохтаж булған төбәктәрҙе интернет менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды. Һөйләшеүҙә төрлө элемтә операторҙары, интернет-провайдерҙар ҙа ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһы дәүләт идараһының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин ауыл-ҡалаларға интернет үткәреү мәсьәләһен хәл иткәндә министрлыҡтың телекоммуникация компаниялары менән даими бәйләнештә булыуы хаҡында һөйләне, провайдерҙарҙың инвестиция пландары менән таныштырҙы.
Кәңәшмәлә интернет бәйләнеше менән тәьмин иткән ойошмалар вәкилдәре лә сығыш яһап, Башҡортостан менән хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуҙары хаҡында еткерҙе.
Һөҙөмтәлә, Андрей Назаров кешеләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән был мөһим проектҡа яуаплы ҡараш булдырыуҙы, Башҡортостандың төрлө райондарында юғары тиҙлекле интернет бәйләнешен үткәреүҙә килеп тыуған проблемаларҙы тиҙ арала хәл итеүҙе һорап, телекоммуникация компанияларына түбәндәге һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итте:
“12 майҙа беҙ һеҙгә тотош республиканы интернет менән тәьмин итеү программаһын тәҡдим итәсәкбеҙ”.
Фото: ulkust.ru
Автор: Айгөл Ғәбитов
Читайте нас: