Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2020, 15:30

Шаһитлы сер(аҙағы)

Күпкә түҙҙең бит,әҙенә түҙ инде,- тип илап ебәрҙе хужабикә. Хәкимә оторо ярһыны: -Һинең бер ҡулың майҙа, икенсеһе — балда, әллә нисәмә миллион һумлыҡ машинала ултырып ҡалған ғүмеремде уҙғарам, тип уйлағайныңмы? Ете ҡыҙылды тиҙ уңдырырмын мин… -Һинең бер ҡулың майҙа, икенсеһе — балда, әллә нисәмә миллион һумлыҡ машинала ултырып ҡалған ғүмеремде уҙғарам, тип уйлағайныңмы? Ете ҡыҙылды тиҙ уңдырырмын мин…

Күпкә түҙҙең бит,әҙенә түҙ инде,- тип илап ебәрҙе хужабикә. Хәкимә оторо ярһыны: -Һинең бер ҡулың майҙа, икенсеһе — балда, әллә нисәмә миллион һумлыҡ машинала ултырып ҡалған ғүмеремде уҙғарам, тип уйлағайныңмы? Ете ҡыҙылды тиҙ уңдырырмын мин… Ишәк ҡысҡырғанда һандуғас тынып ҡалыр, тигәндәй, бер-ике минут тынып торҙо ла Мәргизә, көсөргәнешле эске тауыш менән:«Ҡыҙымды ун көнлөк сабый сағынан күкрәк һөтөмдө имеҙеп үҫтерҙем. Балаҡайымдың йөрәк-бауырында минең ҡаным аға. Күреп торам, хыялында йөрөткән үҙ кешеһен тапты, күҙ тейә күрмәһен. Ҡалғаны минең өсөн ваҡ мәсьәлә”. Ҡапыл тамамланды ҡыҙыу низағ. Эш бөткәс, уйнарға ярай, тип, артҡы ишектән килеп инде Ғафар. Ни тиклем үҙен тәртәлә тоторға тырышмаһын, аяуһыҙ һүҙҙәр яңғыратҡандан һуң, ҡырау төшкән сәнскеле билсән үләне кеүек ҡарайҙы Хәкимә. Шулай уҡ төртмәле теленең ағыуын сәсеүҙән туҡтаманы. Сөсөләнеп, мин-минлеген, көнсөллөген еңә алмайынса: «Ғафар бүләк иткән көмөш беләҙектәремде кейеп алдым»,— тип сутылданы. Әлбиттә, был һүҙҙәрҙән һуң уңайһыҙлыҡ кисергәндер, бәлки, Ғафар. Һәр ваҡыттағыса тик тамаҡ ҡырыу ине уның яуабы. Ни хәл итәһең, дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Ошолай итеп өсәүләп ултыра бирһәләр, тағы ниндәй һүҙҙәр ысҡындыррыр ине — билдәһеҙ. Мөхәббәт осҡоно сәсрәтеп баҡсанан йәштәр инде, әйтерһең дә, улар ғүмер буйы бергә булғандар. Тормошта шулай: оҙаҡ эҙләгәнеңде тапһаң, хистәреңде эсеңә йәшерә алмайһың. Ул һинең бөтә булмышыңды ялмап ала ла, теләйһеңме, теләмәйһеңме, һөйөү уты уны үҙенән-үҙе тышҡа бәреп сығара. Донъяла ундай хис-тойғоларҙы тыйырҙай йәки баһаларҙай әмәлдәр юҡтыр. Һәр кемдең мөххәббәт тауына алып барыр үҙ һуҡмағы, үҙ мөҙҙәте. Наргизә менән Данирҙың да үҙ юлдары … Байрам табынының төп һыйы бишбармаҡ ултыртылды өҫтәлгә. Ихласланып оло хужабикә: - Етешегеҙ итенән, картуфынан, ҡоротонан — барыһынан да… Баҡсала эшләтеп тә алдым үҙегеҙҙе. Танауға бәрелгән ит һурпаһының тәмле еҫтәре өйгә таралды. Бер аҙ тын ҡалған табындың тыныслығын боҙоп тороп баҫты атай кеше. Белә ул һүҙҙең рәтен. Эш һүҙҙәр бәйләмендә түгел, ә әйтә белеүҙә. Заманында Мәскәүҙә Тимерязов исемендәге ауыл хужалығы академияһын тамамлаған һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы етәксе урындарҙы биләгән кеше һүҙҙе оҙон-оҙаҡҡа һуҙманы: “Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ”, - тип, ҡиммәтле бүләк тапшырҙы Мәргизәгә. Әле генә телгеләнгән күңеле уңалған һымаҡ булды әсәнең. Шул саҡ Данир ҡыйыуланып: «Йөҙ тапҡыр виртуаль киңлектәрҙә аралашҡансы, бер тапҡыр күрешеү артыҡ икән»,— тип, икеләнеп тә, борғоланып та, һүҙ уйнатып та торманы, күңелен асты ла һалды. —Күптән ғаилә ҡороу ваҡыты еткән миңә лә, Наргизәгә лә. Бер нисә көндән мин Германияға юлланасаҡмын, ә Наргизә диссертацияһын яҡлаясаҡ. Иң ҡәҙерле, яҡын кешеләребеҙ — һеҙ. Киләсәктә ике ғаилә дуҫлығының нығыныуын хуплап, фатихағыҙҙы бирһәгеҙ, беҙҙең эштәр көйлөрәк, үҙебеҙ ҙә ышаныслыраҡ булыр инек». -Эйе, оҙаҡ өйләнмәй йөрөүен йөрөй ул беҙҙең нәҫел. Бер күреүҙә оҡшаһа, оҙон- оҙаҡ, яп-яҫы һуҙмай, ике-өс көн эсендә кәләшле була ла ҡуя. Мин үҙем дә балаларҙың әсәһен, бер нисә егеттең ауыҙын астырып, үгеҙҙең мөгөҙөн һә тигәнсе эләктергән кеүек, алдым да ҡайттым Мәскәүҙән, — тине Ғафар. -Атайым бигерәк, маҡтанған һымаҡ, тураһын әйтте лә ҡуйҙы, — тип бер аҙ уңайһыҙлыҡ кисерҙе улы. Наргизә ялт итеп әсәһенә ҡараш ташланы. Уныһы ихлас ҡәнәғәтлеккә төрөнөп: - Ашым һыуына, байрамға һаҡлаған ҡаҙылығым, ҡош иттәре — барыһынан ауыҙ итегеҙ. Кешене ризык йөрөтә,ти торғайны әсәйем. Бөгөн һәммәбеҙгә матур итеп бергә-бергә ултырырға яҙған, Аллаға шөкөр. Рәхмәт килеүегеҙгә. Һурпаһы зәһәр булһа, ҡоротлағыҙ, етешегеҙ, етешегеҙ… Бишбармаҡты үҙ ваҡытынан уҙғарырға ярамай. Бөтәһе лә шым ғына үҙ тәрилкәләренә эйелде. Наргизә, тынлыҡҡа йән өрөп: — Милли аштарҙы әсәйемдән дә тәмле бешергән кеше бар икән? — тип наҙланды. Данир: - Бик тәмле... – тине. Күңеле иреп китте әсәнең. Үҙе йәшенә ҡарата былай ҙа сибәр йөҙө балҡыған ҡояштай яҡтырҙы. Ҡарлуғас ҡанаты һымаҡ ҡаштары аҫтындағы ҙур күҙҙәренә серле мөләйемлек ҡунды. Хәкимә—сая, үткер, һәр ерҙә еңеүсе булып йөрөһә лә, был юлы биреште. Көнсөллөгөн тыя алмай, һаубуллашмай ҙа: “Марат улым өй телефонына шылтыратырға тейеш ине”,- тип, юҡ ҡашын емерә төйөп, кинәт урынынан тора һалып, сығып китте. Мәргизә был күренешкә бер аҙ уңайһыҙланды, әлбиттә. Ҡалғандары һиҙмәмешкә һалышты, буғай. Еңел тын алды Ғафар. - Беҙгә лә ҡуҙғалырға ваҡыт. Ҡунаҡтың үҙ ваҡытында ҡайта белеүе килеүенән дә яҡшыраҡ, - тигән булып, еңел тын алды Ғафар. Мәргизәнең ир-ат ҡатнашлығындағы тәүге ҡунаҡ йыйыуы онотолмаҫлыҡ булып тамамланды. Артабан, ҡунаҡлашып йөрөүҙәр ике яҡта ла бер нисә тапҡыр ҡабатланды. Данирҙарҙың икенсе тапҡыр ҡунаҡҡа саҡырыуҙарында әсәне аптыратҡаны шул булды: уларҙың да Мәргизәләр йәшәгән ҡалала бик матур өс ҡатлы йорттары булыуы. Хатта ки шыңғырлап торған сайырлы ҡарағайҙан һалынып, газға тоташтырылған өс-дүрт бүлмәле мунса-саунаһынан сыҡҡас та - киноларҙа ғына күргән төрлө йәшмә таштар менән биҙәлгән әкиәти бассейн. Йортта — хеҙмәсе. Хәкимә алабарманланып, һикертә-һикертә, аша-төшә һөйләһә лә, хәүефләнерлек урын бар… “Ай-һай, Наргизәм уларға төҫ булыр микән? Белһәләр… балаҡайымды эшкә һынамай башлаһалар?” Әллә нисәмә төрлө уй бер юлы шаңҡытып үтте мейеһен, ә ҡулдары дарыуҙарҙы эҙләне… Кеҫә телефонының зыңлауы Мәргизәнең уйҙарын бүлде. Теге остан Ғафарҙың ҡөр тауышы яңғраны: “Иҫәнлек-һаулыҡмы? Мәргизә, һеҙҙе тынысландырмаҡсы булдым. Әлеге лә баяғы туй тураһында инде. Үпкәләштән булмаһын: туйҙың бөтә сығымдары беҙҙең өҫтә. Борсолма. Барыһы ла яҡшы буласаҡ…” Йәнә үҙ уйҙарына сумды Мәргизә: бөтә нәмә майланған һымаҡ барһа ла, әллә нисек бит әле. Буласаҡ кейәүе оҡшаны: төҫө, башы, буйы, һыны, үҙен тотошо, урынлы итеп һөйләшә белеүе. Донъя түп-түңәрәк булырға тейеш тә, ә күңеле тыныс түгел. Ҡатлы-ҡатлы уйҙарына сумып, айлы, йондоҙҙар емелдәшеп йөҙгән кис ҡосағында Нәргизәһен көттө, ә ул юҡ та, юҡ. Телефон зыңы айнытып ебәрҙе әсәне. Наргизәнең тауышы: — Туй мәшәҡәттәре һәләк күп Данирҙарҙа ҡалам бөгөнгә. …Бына шулай башланды яңы тормошҡа юл башы… Шул тиклем дә ҡәҙерле булыр икән Ғафарға аттар. Уларға ҡарау менән күңелендәге бар хәсрәте юйыла. Ала бейәһе, Турыҡайы, Байталы күңеленең тыныслығы. Донъяның ҡоты, ырыҫы шуларға ҡунып ҡалған, күрәһең. Малҡайҙары текләп-текләп ҡарайҙар ҙа, ел ыңғайына ебәк ялдарын таратып: “Бик ҡәҙерләр инең, әгәр йән һөйгәнең булһа эргәңдә…”— тап ана шулай аттарының тауышы ҡолағына салынған һымаҡ. Мал йәнле ине шул хәләле. Һөйә-һыйпай ат эсерер ине күк күлдә. Ҡайһы саҡ, әллә йәшлек йылдарын һағынып, әллә Ғафарҙың йәнен баҙлатыр өсөн, Байталдың теҙгенен ҡулында оҫта уйнатып, гөлт итеп саптырып, һыбай уҙа ине янынан. Шул саҡта ҡабындымы икән ҡатынына ҡарата йылы хистәре? Нимә уйланы икән йән һөйгәне? Бәлки, ярһыуҙарын баҫҡандыр атта елеүе… Хаҡлы ялға сыҡҡас, шул аттарҙың тоҡомон үрсетә башланы. Мал йәнен үҙ йәненә көйләне. Хыял иткән — мораҙына еткән, тигәндәй, ат аҙбары, ҡымыҙ фермаһы төҙөттө. Заманында тура һүҙле, ҡаты ҡуллы етәксе булһа ла, ихтирам итер ине үҙен йәше, ҡарты ла. Бөгөн ул — фермер. Эшләһәң эш ҡарышмай, яйлап-яйлап уңышы ла, табышы ла күңеленә сәм һәм дәрт өҫтәне. Әле ферманан алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан балаларҙың йәйге ял лагерын аҙнаһына бер тапҡыр шифалы ҡымыҙ менән тәъмин итә ул. Иң мөһиме был донъяла — кешеләргә кәрәк булыу. Ана шул ҙур көс бирә Ғафарға. Күптән түгел Перемь, Ырымбур, Төмән, Ҡаҙағстан, хатта Бурят яҡтарынан, ҡымыҙ яһау ысулдары менән тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында, ҡунаҡтар килеп киткәйнеләр. Нисек кенә булмаһын, Ғафарҙың эше тығыҙ: береһе - икенсеһенең, икенсеһе өсөнсөһөнең өҫтөндә ҡатлы-ҡатлы. Ике сәғәт элек район үҙәгенән шылтыраттылар: Швейцарияның Нортботте провинцияһынан эш сәфәре менән килгән делигацияны алып киләсәктәр. Үтә яуаплы ваҡытта улы менән Наргизәнең үҙ янында булыуы һөйөндөрҙө Ғафарҙы. Ауылынан бер аҙым да ситкә сыҡмаған ҡымыҙ бешеүсе ҡатындарҙың береһе: «Беҙ сит ил кешеләрен телевизорҙан ғына күргәнебеҙ бар, берәй нәмә һораһалар, нисек яуап бирербеҙ»,— тип шаулашты. Ғафар: «Матур итеп йылмайып, эшләп тик йөрөгөҙ, улар егәрлеләрҙе ярата», — тип дәртләндереп ебәрҙе. - Эй Хоҙайым, килеп тә туҡтанылар ҡапҡа төбөнә, шулар, ахрыһы, — тип сәбәләнде ҡатындарҙың береһе. Ул саҡта инде Данир менән Наргизә ҡунаҡтарҙы ҡаршылай ине. Ғафар бер аҙ һуңлабыраҡ уларға табан йүгерҙе. Наргизә ҡымыҙ тәҡдим итә, ә Данир шундай иркен итеп инглиз телендә улар менән аралаша. Ҡул ҡыҫышыуҙар, ым-ишара, йылмайышыуҙар аша бер-береһенә яҡынайҙы ике яҡтар ҙа. Нәҙек оҙон, немцкә тартым олорағы, бер ҙур кәсә ҡымыҙҙы эсеп ебәрҙе лә, ике ҡулының баш бармағын өҫкә күтәрҙе. Үҙ-ара геүләшеп алдылар. Ҡымыҙ бешкәнде күҙәтеп, иң йәше үҙ телендә: «Ҡул көсө менән әллә ни ыратып булмайҙыр , бында техника кәрәк»,— тип ҡарап тора башланы. Шунда уҡ Данир:«Беҙҙең эсемлек тәменең төп үҙенсәлеге— фәкәт ябай ҡулдан,” – тине. Бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ, ҡаушауһыҙ һөйләй, ара-тирә көлдөрөп тә ала. Ғафар улының сит ил кешеләре араһында үҙен шундай иркен тотоуын, теле телгә йоҡмай аралашыуын ғорурланып, һоҡланып ситтән ҡарап торҙо. Наргизәгә күҙ һирпте: йәнәһе, бына ниндәй минең улым. Уныһы ихлас йылмайҙы. Делегацияның етәксеһе Ғафарҙан: - Улың сит телдә бик иркен аралаша, ҡайҙа белем алды? - Әсәһе инглиз теленән уҡытты. Кесе йәштән сит телдәр менән мауыҡты. Англияла уҡыны, Германияла диссертация яҡланы. - Филологмы? - Юҡ, технарь ул. Үҙе ҡаҙа, үҙе сәсә, үҙе йыя торған машина уйлап тапты, мәҫәлән, картуф, сөгөлдөр, шалҡан һәм башҡа йәшелсәләр өсөн. - Үҙегеҙҙең илегеҙҙә ҡулландығыҙмы? - Бөгөн ул Германияла һынау үтә. Киләсәктә Голландия һатып аласаҡ. Ҡунаҡтар йәнә бер аҙ геүләшеп алды. Теге ҡаҡса, олорағы тәржемәсеһенә әйләнеп, ҡәҙерләй беләбеҙ үҙебеҙгә кәрәк кешеләрҙе, улың менән киленеңде Швейцарияға саҡырһаҡ, ҡабул итерҙәрме икән беҙҙең тәкдимде?” — тип һораулы ҡараны. — Юҡ, итмәҫтәр… Улар эргәмдә булғанда, күңелем бөтөн. Икенсенән, мин бит улар өсөн тырышам. - Һеҙҙе лә ҡушып аттарығыҙ менән бергә алып китәбеҙ. Йәнә үҙ-ара геүләшеп, фекер алыштылар. Берсә аттарҙың ялынан һыйпап, тештәрен, тояҡтарын ҡарап, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләр тураһында ап-аруҡ һөйләштеләр. Тау һарҡылған үҙәнгә алып килеп туҡтатты Ғафар менән Данир сит ил ҡунаҡтарын. Һиҙелер-һиҙелмәҫ ел тарай сал ҡылған баштарын. Сәскәләрҙә иңкештәр, күбәләктәр. Тау битләүҙәренән емеш-еләк еҫе аңҡый. Ғафар тәржемәсегә ҡарап: « Ҡаныбыҙға һеңгән еребеҙҙең йомартлығын күрегеҙ»,— тип өндәште. Улар, затлы бүләккә юлыҡҡандай, зәңгәр тау итәген уратып алған ебәктәй аҡ ҡылғандарға ҡарап, нисек ҡыйып баҫырға белмәй, бер-береһенә ҡарашты. - Һөттөң дә, иттең дә тәме ошо ҡылған көсөнән. —Ирәйеп, ғорурланып әйтте был һүҙҙе Ғафар. — Эйе, ымһынырлыҡ, ҡөҙрәтле ерҙәрҙә йәшәйһегеҙ икән. Төйәгегеҙ байлығының ҡайнар һулышы иркәләй табанығыҙҙы, — тине иң оло ҡунаҡ. …Эргәлә, аҫта, күҙ күремеләй алыҫлыҡта, өйөр башы Ҡырасъял аттарҙы һыулауға төшөрҙө. Сейәле тау итәгендәге тигеҙлектә бер-бер артлы теҙелеп киткән аҡ тирмәләрҙе күреп, тәржемәсе һораулы ҡараш ташланы Ғафарға: — Геологтар эшләйме? - Юҡ, иртәгә алдығыҙҙа баҫып торған улымдың туйы. Йәмле йәйҙең хозурлығынан файҙаланып, тәбиғәт ҡосағында уҙғарасаҡбыҙ байрам мәжлесен. Йәштәрҙе ҡотлап, һәр береһе Данир менән Наргизәнең ҡулын ҡыҫты. Хушлашыр алдынан телефон номерҙары, визиткалар менән алмаштылар. Иң олоһо Ғафарҙың яурынына дуҫтарса ҡулын һалып: “ Аттарың оҡшаны, яҡшы ҡарайһың. Рәхмәт үҙеңә”,— тине. Ҡосаҡлашып, ҡул ҡыҫышып, ихлас хушлаштылар. Яҡын туғандар, дуҫтар, тиң-тош ҡатнашлығындағы онотолмаҫ, хис-тойғоларға бай туй ваҡиғаһы Наргизә менән Данирҙың ярһыу мөхәббәтен тағы ла ҡыҙыулатты. Мәргизәнең ике туған ҡустыһының улы туй теҙгенен шаулатып -гөрләтеп алып барҙы. Моңло йыр һәм дәртле бейеүҙәрҙән тыш, мәжлестең иң мөһим өлөшө — ат сабыштырыу, көрәш майҙанына батыр ҡоҙаларҙы сығарыу ине. Ат сабышында беренселекте Ғафарҙың оло улының улы Арыҫлан алһа, көрәш майҙанында һимеҙ һарыҡты үҙ елкәһенә Мәргизәнең ике туған апаһының улы һалды. Шарап-араҡыһыҙ ҙа күңелле итеп туй үткәреп була икән, тип бер-береһенә ҡарашты йәш ҡоҙалар. Мәжлес ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Олораҡтары, ултырған ҡыҙ үҙ урынын таба, тип итәғәтлек күрһәтте киленгә ҡарата. Ысындан да, әле ҡасан ғына, ҡарт ҡыҙға йүнле кеше өйләнәме, тигән һорауҙы нисә тапҡыр бирҙе Наргизә үҙ-үҙенә. Ошо минуттарҙа туйҙағы матур теләктәр, бүләктәр, ә иң шатландырғаны — Данирҙың наҙлы ҡарашы, ипле мөнәсәбәте солғанышында Наргизәгә батша ҡыҙҙарына хас ҡыйыулыҡ өҫтәлде. Әйтерһең дә, май эсендәге бөйөр ул. Ҡыҙына ҡарап ҡаушаны әсә. Эстән доғалар уҡып, хәйерлегә булыуын теләп, өндәшмәй, баҙнатһыҙ йөрөнө. Ғафар уның янына килеп: “Ҡоҙағый, күңелегеҙ китек һымаҡ. Улай итмәгеҙ, һеҙгә ҡунаҡтар ҡарай бит”. - Юҡсы, ҡәнәғәт булып йөрөүем ошо. — Әлбиттә, йәшерҙе ни уйлағанын Мәргизә. Ҡояш тауҙар артына ултырғансы дауам итте, туйҙың күңелле мажаралы . Туйҙан һуң, ҡыл тартҡан һымаҡ, теп-теүәл туғыҙ ай үткәс, малай тапты Наргизә. — Таң алдынан күргән төш һымаҡ, ваҡыттың үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ, ҡоҙағый. Ҡотлайым,оләсәй булдың!.. Телефан аша хәбәр ителгәнгәме, рәхмәттән башҡа бер ни ҙә әйтә алманы Мәргизә. Шатлыҡтан түбәһе күккә тейгәндәй булды әсәнең. Тик Данирҙың океан аръяғында, сит илдә булыуы, улын балалар тыуҙырыу йортонан ҡаршы алырға килеп өлгөрмәүе көйөндөрҙө йәш әсәне. Сабыйҙың атаһы ҡайтҡанға тиклем, әсәһендә йәшәргә ҡарар итте Наргизә… Балдан бала татлы, тигәндәй, бәпесенән башҡаны күрмәй йәш әсә. Көнөн дә, төнөн дә аяҡ өҫтөндә. Ауыр тапты баланы. Шуға ла оҙағыраҡ тоттолар уларҙы балалар табыу йортонда. Бар хәленсә тәрбиәләне икеһен дә Мәргизә. Сабыйға ҡарап, ике аҙналыҡ баланы иҫкә төшөрҙө лә әсә: — Икәүләгәс, баланы һыу индереүе лә йәтеш, бына шулай, күҙ ҡараһындай ҡәҙерләп үҫтерәһең баланы. Үҙең һымаҡ ирәйеп ята. Миңе тап һинеке кеүек, муйынында. Һөймәлекле булыр… -Әсәй, онотманыңмы ни? - Бөгөнгөләй хәтеремдә. Тәү тапҡыр әсәй тип әйтеүең, атлап китеүҙәрең — барыһы ла... Бала тип йәшәгәс ни, Алла бойорһа, һин дә шулай булырһың. ...Мәргизә бала менән мәж килеүҙән йонсоно. Берсә үҙен ғәйепләп, берсә аҡлап, төнө буйы күҙенә йоҡо эленмәне. Йомшаҡ түшәк-юрғандары, әйтерһең дә, ҡаҡ таҡта. Диңгеҙҙәй төбө юҡ уйҙарының осона сыға алмай, уңға, һулға борғаланып ята торғас, таң һыҙылып атҡан мәлдә бер уйға килде: серҙең төйөнөн сисергә уңайлы мәл… Дөрөҫлөктән күңеле таҙарыр… Еңеләйеп серемгә талды ул. Бала тауышланып, илап уянғас, йоҡлар-йоҡламаҫ ятҡан әсә менән ҡыҙ икеһе бер юлы бәпес эргәһенә килеп баҫты. Мәргизә тәҙрәнән төшә башлаған ҡояш нурҙарынан йөҙөн бороп, ҡабаланмай, тигеҙ, һалҡынса тауыш менән: «Бала әсәһен йоҡонан уянғансы һағына ул. Һин мәктәптә уҡып йөрөгән сағыңда, мине шулай һағынып уяныр инең...” Әсәһенең тауышында, уға туп-тура ҡарап әйткән һүҙендә мәғәнәле иҫкәртеү ятҡанын һиҙемләне ҡыҙы. —Наргизәкәйем,балаҡайым, ғүмер буйы уйҙарымдың шәүләһе булып эйәреп йөрөгән серҙәремде асам бөгөн һиңә. Башта миңә дарыу килтер… Ах, был тынғыһыҙ йөрәкте… Мине туҡтатмайынса тыңларға әҙерлән. — Дарыуҙы эскәс, бер аҙ ултырҙы, йәнә торҙо. Карауатта ак төргәктә ятҡан ике аҙналыҡ йәш балаға ҡарап, дауам итте һүҙен: — Бала һөйөү өсөн бар мөлкәтен бирергә әҙер була һәр әҙәм заты. Шулай инем мин дә. Тик ҡыҙым тыуғас та оҙаҡ торманы, вафат булды. Башҡа балаң булмаясаҡ, тигән хәбәрҙе еткерҙеләр миңә врачтар. Ауыр операциянан һуң, хәлем бик мөшкөл ине. Хәкимә апайың һәр ваҡыттағыса сос булды, танышмаҡлығы арҡаһында, шунда уҡ, бала табыу йортонда, ун көнлөк баланы ҡосағыма һалдырҙы. Ул һин инең, ҡәҙерлем. Ни әйтергә белмәй албырғаны Наргизә. Бер аҙ шаңҡып торғандан һуң, зиһене таралғанын, йөрәге ярһығанын тойҙо. Буталсыҡ уйҙары мейеһен бырауланы. Ауырлы йөрөү, бәпәйҙе нисек тыуҙырасағын уйлау, сабыйын ҡулға алыу мәлдәре һәм башҡа ошоға бәйле ваҡиғалар — былар бөтәһе лә күңелен йоҡартҡайны йәш әсәнең. —Минең донъя йөҙөндә бер генә әсәйем бар,— тип ҡысҡырып ебәрҙе бар көсөнә Наргизә.
ТАҢҺЫЛЫУ ҒӘЙНУЛЛИНА.
Читайте нас: