Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2020, 12:50

Шаһитлы сер (хикәйәнен башы)

Әсәһенең үҙ алдына: “ Ташла уҡыуыңды. Әҙәмсә ғаилә ҡороп, берәй ейән бүләк итһәң, шул булыр ине минең иң оло бәхетем”,— тип үҙ алдына һөйләнеп йөрөүен ишетеп, уянып китте Наргизә. Күҙенең ҡыры менән стенала текелдәп торған сәғәткә ҡарап алды. Ҡояш төшлөккә етеп бара ла баһа. Ярар әле бөгөн ял, эшкә түгел, тип үҙен тынысландырҙы. Шунда уҡ торорға ҡарар итте.

Әсәһенең үҙ алдына: “ Ташла уҡыуыңды. Әҙәмсә ғаилә ҡороп, берәй ейән бүләк итһәң, шул булыр ине минең иң оло бәхетем”,— тип үҙ алдына һөйләнеп йөрөүен ишетеп, уянып китте Наргизә. Күҙенең ҡыры менән стенала текелдәп торған сәғәткә ҡарап алды. Ҡояш төшлөккә етеп бара ла баһа. Ярар әле бөгөн ял, эшкә түгел, тип үҙен тынысландырҙы. Шунда уҡ торорға ҡарар итте. Ҡыҙын бер үҙе тәрбиәләне Мәргизә. Иренең ғүмер ҡояшы һүнгәндә, ул имсәк бала ине әле. Әсәй кеше ултырған ерен өрөп, өҫтөнә саң ҡундырмай үҫтерҙе уны. Балаҡайы үҙе лә бик зирәк, итәғәтле, тыңлаусан булды: бер ҡыйынлыҡ та, мәшәҡәт тә тыуҙырманы. Мәктәпте алтын миҙалға тамамланы, ә бөгөн иһә ике дипломға эйә. Тиҙҙән диссертация яҡлап, фән кандидаты буласаҡ. Наргизә әсәһенең бер үк нотоҡ-нәсихәтен көн дә тигәндәй ишетә. Ул күптән күнгән: ҡайһы саҡ хатта иғтибар ҙа бирмәй… Шул саҡ, һәр ваҡыттағыса, сәйгә ингән күршеһе Хәкимә әсәнең һүҙҙәрен эләктереп алды: «Борсолма, әхирәткәйем, берәгәйле бер бала үҫтергәнһең. Икегеҙ ҙә саф, салт, эшһөйәр. Үҙең дә бит, иреңдән ҡалғас, туҡталманың осраған бер еңел-елпегә. Мыжыма: йөрәк менән аҡыл килешеүе күңеленә ҡөҙрәт һалһа, бөтә булмышы сорналыр оло мөхәббәт хисенә. Ана шул миҙгел килмәйенсә, беҙ һөйләү менән түгел”… Әсә тынысланып, электер самауырын сыжлатып ебәрҙе лә: «Ҡыҙымдың ҡалған ғүмере яҡлаулы, арҡалы, булыр ине лә, үҙемсә… яңғыҙлыҡ йөгө ауыр…» -Һе, минсе, мин - тере миҫал. Ҡыҙ булғансы табам тип, өс малай үҫтерҙем. Береһе лә эргәмдә юҡ, һау-сәл әмәт булһындар. Башты ташҡа бәреп булмай. … Һәйбәт кейәү табыуы бик ҡыйын ул бөгөн, әлбиттә, аңлағандарға. - Ихатаға эшкә сығып барған Наргизәгә аҫтыртын ҡараш ташланы Хәкимә… Мәргизә уфтанып: — Әлләсе, йәше уҙып бара. Атай төҫөн күрмәгәс, емерелгән күңел менән кәмһенеп үҫтеме икән балаҡайым?.. - Минең уландарым Айрат менән Мараттың Наргизә тип йән атҡандарын оноттоңмо ни? -Юҡ та… --Ай-йй, бик дорфа торҙоң… Ҡытай стенаһы инең бит. Ҡыҫылма башҡаса, уныһы киткән, бөткән — үткәнгә салауат. –Шулай булмаған ҡайҙа ул. --Әйткәндәй, әле лә һуң түгел, бөгөн Наргизә Маратҡа сығырға риза булһа, хәҙер үк ысҡындыра мәрйәһен… - Наргизәм ир- атҡа хеҙмәт итергә, уның күңелен күреү өсөн яратылмаған кеүек шул. Арпа араһында үҫкән бер бөртөк бойҙай, тиҙәр бит уны һәр ерҙә. —Ҡыҙың төшөп ҡалғандарҙан түгел. Кем белә… бер һүҙең етә… — Былай ҙа минең теләкте уйламаҫтан килеп тыуған мөғжизә хәл итер һымаҡ. Өмөтһөҙ — шайтан. Бына шулай ике күрше бер үк нәмәне әйләндереп-тулғандырып нисә тапҡыр һөйләгәндәрҙер — билгеһеҙ. Бик ҡыҫҡа декабрь көнө кискә ауышты. Зәңгәр эңер пәрҙәһен матурайтып, төрлө сәскәле ҡар бөртөктәре яуҙы ла яуҙы. Тәү ҡарауға һиллек һәм сикһеҙ сыҙамлылыҡ туплаған ерҙә Аллаһы Тәғәлә үҙе бар ҡылған бәндәләрҙе тәү тәғәйенләшенә ҡайтарыуға, эске донъяларын ағартыуға инандырыр һымаҡ серле көн ине был. Ихатаның ҡарын көрәп, төрлө яҡҡа берләм юл асты Нәргизә. Солан күтәрмә- баҫҡыстарын һепереп бөтөүгә, аҡ ҡар өҫтөнә ябылған эңер зәңгәрлеген алыштырҙы төн пәрҙәһе. Йәш ҡарҙың сағыу аҡлығы уның күңелен күтәрҙе, сафланы. Эштән ләззәт алып, күңел күтәренкелеге менән өҫ башын ҡағыштырғылап өйгә инеүгә, әсәһе бешергән тәмле бәлеш еҫтәренән өйгә ҡот таралған. Киске сәй табынында әсә: «Өйҙә яңғыҙ ҡалғас, үҙ-үҙем менән һөйләштем. Бер төрлө уйлаһам, икенсе яғы китек, икенсеһен яҡшыға юраһам, өсөнсөһө … Күңел һалып, яратып бешергән ризыҡтарым алдында ҡолаҡҡа ятмаҫтай хәбәрҙәр һөйләү килешмәҫ…” Хис-тойғолар йәһәтенән үтә лә тотанаҡлы Наргизә: «Әллә берәй насар хәбәрең бармы?» Ҡатын был һорауҙан һуң тынып ҡалды, үҙ уйҙарына сумды. Наргизәгә әсәһе ныҡ йәл булып китте. Ғүмер буйы уға табынып ҡына йәшәгән бит. Уның күңелен күрер өсөн: «Әсәй, күҙлегеңде кей, әйҙә Интернеттан кейәүҙәр һайлайыҡ, булмаһа», — тигән булды шаяртып кына. Мәрғизә ғәжәпләнеп: -Әстәғәфирулла… фотоларын ҡуйып тороп, быларҙың бөтәһе лә кәләш эҙләйме? Һәр береһенең бер әтнәкәһе барҙыр… Шулай булмаһа... Наргизә: «Быныһы Ҡаҙағстандан, Ҡаҙы исемлеһе Тайландҡа, фәкәт үҙ иҫәбемә йәйгә кәләшлеккә саҡыра. Иң матуры, мөһабәт кәүҙәлеһе Әзербайжандан — Ғәзиз. Бик бай ғаиләнәнмен, атайым ваҡытлыса сит илдә командировкала, хеҙмәт хаҡын тотҡарлайҙар, 50 мең һум аҡса ебәрһәң, осрашҡанда ҡайтарып бирермен, тип вәғәҙәләй. Араларында башҡорттар ҙа юҡ түгел, әйтәйек, 60 йәшлек, кәртә-ҡуралы, етеш донъялы — Ғафар Заһитов. Баҫалҡы, тыныс тәбиғәтле 40-45 йәшлек балаһыҙ башҡорт ҡатынын эҙләй. Ул да мине оҡшатҡан. Әсәкәйем, һин ҡайғырма, ана бит барыһы ла ҡара ҡумта аша Наргизә тип йән ата. Артабан дауам итергә мөмкин һанһыҙ кейәүҙәр исемлеген… Күңелең булдымы?” - Кеше ышанмаҫтайҙы дөрөҫ булһа ла һөйләмә, ти башҡорт аҡылы. - Аҡыл тигәндәй, әсәй, иртәгә көнөм минең бик тығыҙ. Бер көнлөк командировка. - Шул диссертация тип йүгерҙең дә йүгерҙең, ә, бәлки… - Эшемдең 90%-ы әҙер. Был етәксемдең фекере. Башланған эш — бөткән эш, доғаларыңды ихлас уҡып, мин ҡайтҡансы өйҙә генә ултыр, әсәкәйем. Ә миңә иртә таңдан юлға… ¤йҙә яңғыҙ ҡалғас, уйҙарының осо — ҡырыйы юҡ. Ниҙәр генә килмәне башына. Ирекһеҙҙән, тәҙрә аша баҡсаға күҙ һалды Мәрғизә. …Эх, быйылғы ҡыштың хозурлығы, бигерәк тә ҡарҙың муллығы, беҙҙең бала саҡты хәтерләтә, тип, ғашиҡ булған ҡыҙҙай йылмайҙы ул... Оҙон-оҙаҡ ҡыш дауамында ап-аҡ бөҙрәләнгән ҡар тәңкәләренә төрөнөп, егетен көткән һылыуҙай, алма, сейә, муйыл, ағастары яҙҙы кинәнеп ихлас көтә. Тиҙҙән яҙ килер ҙә, аллы-гөллө сәскәләргә, төрөнөр баҡсам… Эре-эре емештәр өлгөрөр. Һай, был ғүмер тигәнең, аҡҡан һыу икән дә, үҙе бер ожмах. Үҙенең уй-кисерештәре тәъҫире тирбәлешендә яратҡан йырын һуҙҙы: -Сыбай ҙа ғына ҡашҡа, баҫма ташҡа, Юлһыҙ ғына ерҙән дә үткәндә. Был донъяла ауыр яңғыҙ башҡа, Дуҫ-иш кәрәк донъя ла көткәндә… … Ишек шаҡырға ҡулын һуҙғанда, тап шул мәлдә, күңел ҡылдарын сиртерлек һәм шул уҡ ваҡытта албырғатҡыс моңло йыр туҡтатты Ғафарҙы. ¤й эсенән эс бауырҙы сайҡап үҙәктәргә үтерҙәй моң ағыла ла ағыла: береһе бөтөүгә икенсеһе, өсөнсөһө… әйтерһең дә йырҙар яҙылған яңы таҫма. Ир кешенең күңеле үрһәләнде, нисек кенә үҙен ҡулға алырға тырышһа ла, көй бөтөн булмышына хужа булды: тамырҙары буйлап аҡты, әйләнде, тулғанды, әрнетте, ярһытты, йыртты, тураҡланы Ғафарҙы. …Ул бынан 2 йыл элек йәшләй яратып ҡауышҡан ҡатынын ер ҡуйынындағы мәңгелек йортона оҙатҡайны. Хәләленең ғүмер ахырын күреү, йөрәгендә әлегә тиклем юҡһыныу, һағыш, ауыр кисерештәрҙе һаҡларға мәжбүр итте. Аһ, тере сағында булһасы бөгөнгө аҡылы. Күҙенә генә ҡарап торор ине. Бер алдына, бер артына сығып, яғымлы ҡарашын йәлләмәй, йылы һүҙҙәрен әйтеп, иретер ине йәнен. Ваҡыты-ваҡыты менән рәнйетте ул хәләлен: ғаиләһен дә ташламаны, яйы тура килгәндә, йәш ҡатындарҙан да баш тартманы. Хәләле һәр саҡ: «Үҙем генә белһәм — бер хәл. Кешенән оят»,— тиер ине. Вафатынан бер нисә йыл элек: «Ҡәҙеремде белерһең белеүен, тик ул ваҡытта терһәгеңде тешләй алмаҫһың»,— тигән һүҙҙәре шәүлә һымаҡ эйәреп йөрөй Ғафарҙың артынан. Хоҙай тарафынан бирелгән һынаулы ғүмерен ашыҡтырғанмын, ҡыҫҡартышҡанмын… Ауыр уйҙарынан арынып, үҙ хәленә ҡайтҡанда, моң ағышы күптән тынған: тирә-йүндә һиллек. ¤йгә инергәме, әллә боролоп китергәме, тип икеләнеп торғанда, кинәт йорт ишеге асылып китте. Унан: «Беҙҙең ҡапҡа алдына машина туҡтаған, берәй таныш-тонош, туған-маҙар килде микән», — тигән тауыш ишетте Ғафар. Ҡапыл сит ҡатынға күтәрелеп ҡарап: - Ғәфү итегеҙ, кисә һеҙҙең менән Интернет аша сәләмләшкәйнек. Насип булғас, күрештек,- тине. Мәргизә һағайыбыраҡ ҡараны бөтөнләйе ят иргә. Ғафар ҡаушауын белдермәҫкә тырышып, ышаныслы тауыш менән: “Йырығыҙҙы тыңланым, берсә әҫәрләндем, берсә һағышландым. Моңло йырлайһығыҙ…” …Интернет һүҙен ишеткәс, кинәт йөҙө ағарып китһә лә, тартыныуһыҙ һөйләште әсә. Саяланырға, уҫалланырға, төрттөрөргә кереште: «Әкиәттәге һымаҡ, һә тигәнсе аҫыл ҡатын-ҡыҙ компьютерҙан пәйҙә булмай. Ирмен тигән ир баштары бәхетте һәр саҡ ерҙән эҙләй, үҙенә тәғәйен йәштәгеһен. Мәргизәнең тауышы шул хәтлем ҡәтғи һәм нәфрәт менән яңғыраны. Ғафар башын түбән эйеп, нимә әйтергә белмәйенсә, бер урында тапанды. Бер ҙә былай ҡатындар алдында баҙап ҡалғаны юҡ ине уның. Әсә йәнә асыулы итеп ҡарап алды иргә. Йән-бәғерен ҡанатырлыҡ һүҙҙәр табып, башҡа тупһаға баҫмаҫлыҡ итеп ебәрергә уйланы. Әммә өҫтө башы ыҡсым, бөхтә, һөйләшеүе тәү күреүгә әҙәмсә, йөҙө лә сирҡаныс түгел, асыҡ. Насар әҙәмгә оҡшамағанлығын күреп, ҡырыҫлығын кәметеп, бер аҙ имшей төшкән булып өндәште: «Ихатаға инеп, тупһаға терәлгән кешене өйгә индермәй ебәреү килешмәҫ. Үтегеҙ. Алыҫтан киләһегеҙҙер, моғайын…” ¤йгә инеү менән күңелгә рәхәт бер йылылыҡ, йәнгә дауа булырҙай мөхит ҡаршы алды Ғафарҙы. Хатта өйҙәге һәр йыһаз, әйбер мөғжизәле йән йылыһынан хасил булған кеүек. Ҡотло. Күркәм. Тәҙрә төбөндәге төрлө-төрлө яран гөлдәре шау сәскә. Икеһе лә һүҙһеҙ, тик стеналағы сәғәт туҡтауһыҙ әҙәм ғүмерен һанай: туҡ та туҡ, туҡ та туҡ. Тынлыҡты боҙоп Ғафар: - Ишек артында йырығыҙҙы тыңлап оҙаҡ торҙом. Үҙ уйҙарымдан берсә икеләнеп, берсә үҙ яҙмышымдағы хәл-вакиғаларҙы кисерҙем. Мәргизә Ғафарға ҡарамайынса: —Ҡатын эҙләү еңел эш түгел тимәксеһеңме?” – тине. Яуап рәүешендә өҫтө-өҫтөнә тамаҡ ҡырҙы ла, йәнә тур-баш тирәһендә ниҙер ҡыялып маташҡан ете ят ҡатынға ҡүҙ ташланы Ғафар. Килешле буй-һыны, ап-ак йөҙө, алһыуланып торған бит остары, һанда-һаяҡ буй-буй аҡ төшкән толомдар — былар бөтәһе лә яһалма түгел, тәбиғи. …Инеүен ингәс, һөйләшә лә, сыға ла бел. Нисек сығып китергә белмәйенсә ихтиярһыҙланып ултырма әле, тип үҙен үҙе эстән әрләп, маңлай тирен һөртөп алды. Шул арала Мәргизә: “Кем тип өндәшергә лә белмәйем, яҡынлағыҙ сәй табынына…” – тип саҡырҙы. Уңайһыҙланып, Ғафар ҡапыл: - Һеҙҙе маҙаһыҙлап, борсоп, мәшәҡәт һалдым, Наргизә…” – тине. Әсә ҡыҙының исемен ишетеү менән һөмһөрө ҡойолдо. Әлдә әле балаҡайы өйҙә юҡ… ¤ҫтәүенә, бер сүмес тигәндәй, күрше Хәкимә килеп инһә, Наргизә бабайға сығырға әҙерләнә икән, тип һөйләр ине бөтөн урамға. Китер хәбәр. Ил ауыҙын иләк менән ҡаплап буламы. Имшей биргән күңеле ҡатты, бөрөштө. Фекер ағышын тотҡан ерҙән һындырмаҡсы булып, дөбөрҙәтеп ҡыуып сығармаҡсы ине, ниндәйҙер эске тауышы үрһәләнеп-үрһәләнеп туҡтаған сабыш аты һымаҡ ҡайтты үҙ хәленә. Оло ирҙең Наргизәне телгә алыуы йөрәген сығырынан сығарҙы, теҙ быуындары бәлтерәп төштө, күҙ алдары ҡараңғыланды. - Наргизә, сәйегеҙ шундай тәмле… - Әсә ят ирҙең был һүҙҙәрен: Наргизәне алып китергә килгәйнем. Үҙ-ара килешкәнбеҙ”,- тип үҙенсә ишетте лә, ултырғысҡа ултыра төштө. Тын алыуы ауырлашты, һауа етешмәй башланы. Урынынан йәшен тиҙлегендә тороп, форточканы асты Ғафар. - Дарыуҙарың ҡайҙа? Һыуытҡысҡа күрһәтте әсә. Ғафар тиҙ арала дарыу эсерҙе. Ҡаушауҙан тыныслығын юғалтҡан ир: —Ятып ҡына тороғоҙ, ашығыс ярҙам машинаһын саҡыртам. - Юҡ, кәрәкмәҫ… Бер аҙ хәл алғас, иркен тын алды Мәргизә. Тағы үткер итеп, диккәт менән ҡараны ул ят иргә. Уныһы, тағы берәр сынаяҡ сәй эсеп алһаҡ, яҡшы булыр ине, тигәндәй, һынаулы ҡарашын йүнәлтте өҫтәлдәге ташып-ҡайнап ултырған электр самауырына. Тағы берәй ҡаты һүҙ әйтеп йөҙөн йыртырға булды хужабикә: —Түшәкте йәш кәләш менән яңыртырға уйланығыҙ инде, ә? Ирҙәргә нимә… машинаны яңыртҡанда әлдән әле яңы маркаһын алып була ул. Бисәләрҙе алмаштырғанда — кәмегәндән-кәмей уларҙың сифаты … —Кем менән нимә булмай, бәлә ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй. Үҙ яҙмышыма оҡшағаныраҡ, күңел тартҡан менән ғүмерҙе уртаҡ итеп үткәрергә иҫәп. Мәрғизә: -Һеҙҙкң иҫәпкә инерҙәй һан юҡ бында. - - Һеҙгә бер тәкдимем бар, асыуланмаһағыҙ. Йөрәкте һаҡларға кәрәк. Йөрәк эше — гүргә яҡынайтыр ғазап. Яңғыҙ ҡалырға ярамай һеҙгә. - Мин уны бик яҡшы беләм: ғүмер буйы шәфҡәт туташы булып эшләнем. - Һәр кеше, балалары һәм яҡындары булған хәлдә лә, икһеҙ сикһеҙ донъя йөҙөндә бер бөртөк. Ғафар хушлашып, ҡат-ҡат ғәфү үтенеп өйҙән сығырға торғанда, йәштәрсә биҙәнеп-төҙәнеп, иң һуңғы мода менән тектергән сейә төҫлө бәрхәт күлдәген кейеп, мәрйен -муйынсаҡтарын ялтыратып, Яңы йыл шыршыһы кеүек, күрше Хәкимә пәйҙә булды. Ул: “Хәйерле сәғәттә” “Кәңәштәрегеҙ берекһен”, - тип килеп керҙе лә, Ғафарға ҡарап: “Аҙашып килеп сыҡтыңмы беҙҙең яҡтарға. Күпме йылдар үтһә лә, Ғафарҙың машинаһы ялт итеп тора, бер сыйыҡ юҡ. Мине эҙләп килгән икән тип, әй көтәм, әй көтәм. Аптырап үҙем инергә булдым”,- тине. Ғафар ҡоро ғына: -Ҡайтырға торам, — тине лә Хәкимә яғына әйләнеп тә ҡараманы. — Аһ, аһ, миңә лә инеп сыҡ. Нисек инде улай… Иҫке мөхәббәт иҫкермәй ҙә, тутыҡмай ҙа. Ҡатының иҫән саҡта, мине күреү менән һайрарға тотона инең бит… Һүҙҙе ҡуйыртманы ир кеше. Ишекте асып, тамағын ҡыра-ҡыра атланы тышҡа. Артынан атлығып сыҡты Хәкимә. Машина эргәһендә ҡыҙыу-ҡыҙыу нимәлер һөйләне, Ғафар ишеттеме, юҡмы. Хәкимә кире боролоп инде лә Мәргизәгә яңылыҡ асҡандай: “Теге ваҡыт һөйләгәйнем бит, күршекәйем, ирем һәр бағананан көнләшкәнен. Донъялыҡтағыны донъялыҡта ысын иттем мин ошо ир менән. Ауыр тупрағы еңел булһын мәрхүмкәйемдең… Был мине эҙләп йөрөгән ул. Әле хушлашҡанда шулай тине үҙе...” Мәргизә аны-быны һөйләп тормайынса сәйгә әйҙүкләне Хәкимәне. … Ҡайтыр юлы тип-тигеҙ ялтлап ятҡан асфальт. Февраль урталары — селлә сыҡҡан мәл. Ҡулындағы рулен дә һиҙмәй, елә лә елә Ғафар. ”…Ниңә миңә яңынан ғаилә ҡорорға? Был йәштә яна аламмы кәрәгенсә? Кешене дөрләтер көсөм булып, һайлағаным менән ҡалған ғүмерҙе бер бөтөн итеп йәшәрҙәй ғәйрәт-аҡылым етәрме?.. Тағы Наргизәгә әйләнеп ҡайтты уйҙары. …Танышыу сайтына йәш сағындағы фото-рәсемен ҡуйған. Булғанға, уңғанға тартым, тик йөрәге сирле. Уның эргәһедә һәр саҡ кемдер булырға тейеш. Ҡем әйтмешләй, йәштәшеңде ҡарап ваҡыт уҙғарма, алтмыштағылар йәшерәкте шәйләй. Үҙем беләм: Хоҙай Тәғәлә менән мәрхүмкәй-хәләлем ҡаршыһында гонаһым ҙур ... …Ана бит, шайтан алғыры, йәштәр һымаҡ уйнаҡлап тора Хәкимә… Үҙе еңел ҡарағас, аҫтыртынлыҡҡа, мин булмай, кем булһын шуҡ. Уға әйләнеп тә ҡарағы килмәй, осрашҡас та йәнем ҡуҙғыны… ә Нәргизәнең үҙе лә, йыры ла күңелемдә”. Ҡыҫҡа юлдың оҙон уйы шул булды. ¤йөндә яңғыҙ ҡалғас, үҙ уйҙарын барланы Мәргизә. Сүп өҫтөнә сүмәлә тигәндәй, кинәт ауырып китеүен өнәмәне осраҡлы кеше алдында. Йылдар төпкөлөндә тороп ҡалған йәшлеген күҙ алдына баҫтырҙы. Уҙған тормошон ғәҙеллек бизмәненә һалып, бер нисә тапҡыр үлсәп ҡараны, әммә унда мөхәббәт яғы бер бөртөк тары ауырлығынан да кәм. Тик иренең бер һүҙе иҫендә ҡалған: «Мәргизәкәйем, һине ир-егеттәрҙең кеме булһа ла минең кеүек өҙөлөп яратыр». Хатта яңылыштан берәй ир кеше һүҙ ҡушһа ла, үҙ ире иҫенә төшә лә ҡуя ине. Ғәжәп: был юлы ул уйына икенсе төрлө инде. “Яңғыҙлығың менән миңә тоғролоғоңдо иҫбат иттеңме — берәй файҙа булдымы унан?” Ана бит уйнаҡлап тора Хәкимә. Хатта тартынманы асып һалырға, ҡырын эштәрен. Мейеһен йәшен тиҙлегендә бер уй сыйып үтте, хатта йөҙөнә нур ҡунды әсәнең. “Әһә… бер яҡтан уйлағанда… был бит яҡшыға… Хәкимә менән булған мажараларын һөйләһәм, башҡаса сәләмләшмәҫ компьютер аша атаһы рәтләш кеше менән”. Йәненә тыныслыҡ бөрктө үҙ уйҙары Мәргизәгә. Ғафар һуштан яҙырлыҡ һылыуҙарҙы күп күрҙе йәш сағында. Был юлы ла үҙенән 10-15 йәшкә кесерәк байтаҡ ҡатындарҙы күрһәттеләр таныш-тонош, белештәре. Димселәр әйтмешләй: тәҡдиреңә яҙҙырт шалҡандайын, йәшерәген. Булдыраһың һин, Ғафар. Тамаҡ ҡырып ҡына яуапланы уларға. Күпме генә тырышһа ла, Мәргизә менән булған осрашыуҙы онота алманы. Үҙ йәштәше, өҫтәүенә, сирле. Йәшерәктәрен дә күрҙе – береһе лә ятманы күңеленә. Уйҙарының осо ла, ҡырыйы ла юҡ. Йәнә үҙ булмышына, күңел торошона ҡолаҡ һалды: баҡһаң, унда эңер ҡараңғылығы, яңғыҙлығының һағышы, хәләленең ҡәҙерен белмәүе алҡымына тығылған бер төйөн. Ғәзизе тере саҡта ундай шөбһәле уйҙар бер тапҡыр ҙа инеп сыҡманы уның башына. Ғүмер һәр саҡ шулай дауам итер һымаҡ ине лә. Арҡа терәр алтын бағана булған икән дә баһа үҙ ҡатыны.
ТАҢҺЫЛЫУ ҒӘЙНУЛЛИНА.
Читайте нас: