Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2020, 11:45

Тәтешле районы хакимиәте хеҙмәткәрендә COVID-19 раҫланған

Башҡортостандың Тәтешле районы хакимиәте һәм Үҙәк район дауаханаһының административ корпусы карантин эш режимына күсте. Муниципалитет башлығы Рушан Гәрәев район хакимиәте хеҙмәткәренең COVID-19 йоҡтороу осрағын раҫланы.

«Тәтешле районында, шул иҫәптән район хакимиәтендә лә коронавирус менән ауырыу осраҡтарын раҫлайым. Хәҙер район хакимиәте карантинда, Үҙәк район дауаханаһының административ корпусы ла карантин режимына күсерелде», — тине Рушан Гәрәев.
Район башлығы шулай уҡ урындағы властарҙың төп бурысын атаны. Иң мөһиме — инфекцияның артабан таралыуын туҡтатыу.
Бынан алда «Башинформ» Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Әхмәҙинуровта коронавирус раҫланыуын хәбәр иткәйне.
http://www.bashinform.ru/news/1447796-u-sotrudnika-administratsii-tatashlinskogo-rayona-bashkirii-podtverzhden-covid-19/
Читайте нас: