Документ сирлеләр менән эшләгән бөтә медицина персоналына ҡағыла. Коронавирустан һәләк булған медицина хеҙмәткәре ғаиләһе 2,7 миллион һум күләмендә түләү аласаҡ. Ошо сир сәбәпле инвалидлыҡҡа юлыҡһа, уға 680 мең һумдан 2 миллион һумға тиклем аҡса түләнәсәк. Әгәр табип ваҡытлыса хеҙмәткә яраҡлылығын юғалтһа, ул 68 мең һум күләмендә матди ярҙам аласаҡ.