Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2020, 15:50

Учалылар маҡтап телгә алынды

Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса республика олимпиадаһы йомғаҡланды

2 март -10 апрель Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса республика олимпиадаһы үткән. Дистанцион рәүештә ойошторола, Башҡортостан халҡы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуға бағышлана.
БР Мәғариф министрлығы, ҡалған ҡайһы бер конкурсанттар менән бергә, Учалы районы уҡыусылары айырыуса яҡшы сығыш яһауҙарын билдәләне (https://education.bashkortostan.ru/presscenter/news/276744/ ). Афарин! Еңеүсе һәм призерҙарға БР Мәғариф һәм фән министрлығының дипломдары тапшырыласаҡ.
Ильфат Янбаев
Читайте нас: