Яйыҡ
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2020, 13:45

Вахтасыларҙың бер өлөшө обсерваторға ебәрелде

Яҡутстандан ҡайтҡан вахтасыларҙың бер өлөшө Мәсетле районына обсерваторға оҙатылды.

Яҡутстандан ҡайтҡан вахтасыларҙың бер өлөшө Мәсетле районына обсерваторға оҙатылды. Был хаҡта Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының баш табибы Валерий Трофимов хәбәр итте. Ул 7 майҙа кискеһен коллегалары менән бергә Чаянда ятҡылығы эшселәрен ҡаршы алды.
«20 кешенән торған тәүге төркөм ҡайтты. Белеүегеҙсә, унда коронавирус инфекцияһы буйынса ҡатмарлы хәл килеп тыуҙы, шуға күрә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙҙы өйҙәренә ҡайтарыу тураһында ҡарар ҡабул итте, —тип һөйләне баш табип. — Эшселәр туғандары менән осрашыр алдынан Мәсетле районында әҙерләнгән обсерваторҙа ятырға тейеш».
Уның һүҙҙәренсә, вахтасыларҙың температураһы юҡ, ләкин дөйөм хәүефһеҙлек өсөн улар өс аҙна карантинда ултыра, ә аҙаҡ, ҡабаттан тест үткәргәс, өйҙәренә ҡайтарыла.
http://www.bashinform.ru/news/1447873-chast-vakhtovikov-iz-yakutii-razmestili-v-observatore-mechetlinskogo-rayona-bashkirii/
Читайте нас в