Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2020, 10:50

Йөклө ҡатындарҙа Govid-19 асыҡланған

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, республикала коронавирус инфекцияһы раҫланған ун ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә.

Изоляция шарттарында республиканың перинаталь үҙәктәре һәм бала табыу йорттары ғәҙәттәгесә эшләүен дауам итә. Табиптар ярҙамы кәрәккәндә, ҡатын-ҡыҙҙар ҡыйыу рәүештә дауаханаға мөрөжәғәт итә ала.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, республикала коронавирус инфекцияһы раҫланған ун ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә. Берәүһе дауаханала дауалана, хәле яҡшырыуға бара, тиҙәр. Туғыҙ әсә вирус йөрөтөүсе булып иҫәпләнә, улар сирҙе еңелсә үткәрә, барыһы ла өйҙә изоляцияла.
Йөклө ҡатындар сирҙе нисек үткәрә, сабыйға ул йоғамы - донъя медицина берлеге был һорауҙарға әлегә яуап бирә алмай. Шулай ҙа Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы билдәләүенсә, сабыйҙы тәбиғи табыу өҫтөнлөклө. Әммә ҡарар ҡабул итеү табиптар, акушерҙар, реаниматологтар, инфекционистар яуаплылығында ҡала. Барыһы ла буласаҡ әсәнең үҙен нисек тойоуына, сәләмәтлегенә бәйләнгән.
Фото: tp.tver.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: