Гөлғәйшә Фәиздең һүҙен күтәрә алманы. Күпме генә, ниндәй генә дәлилдәр килтереп аңлатмаһын, үҙенең фекерен балаһына бер ҙә таға алманы. Ныҡ үпкәләне берҙән-беренә һәм бына инде нисәнсе көн һөйләшмәйҙәр. Ҡатын үҙенең яғына ирен дә тиҙ генә ауҙарҙы. “Улыбыҙ яңылыша, ошоно башына һеңдер, һүҙең дә үтмәй бит исмаһам малайыңа”, – тип Фәтихтең тетмәһен тетте...
Токарь Фәиз Сәриә менән заводта танышты, ҡыҙ тауар төрөүсе булып эшләй. Йәш йөрәктәргә күп кәрәкме ни!? Шулай итеп, улар араһында мөхәббәт утын дөрләне.
Паркка ял итергә сыҡҡанда егет һылыуҡайға былай тип тәҡдим яһаны:
– Сәриә, кейәүгә сыҡ миңә, һинһеҙ бер көн дә йәшәй алмайым.
– Мин дә һине яратам, уйлашайыҡ, Фәиз...
Сәриәнең һәр осрашыуҙа нимәнелер әйтеп еткермәүен Фәиз һиҙҙе һиҙеүен, тик төпсөшөргә теләмәне. Өркөтөп ҡуйыуҙан, һыуындырыуҙан шөрләне. Әлбиттә, Сәриә кәртте асыу-асмауҙы ҡырҡ тапҡыр башынан үткәрҙе. Бөгөн өйләнешеү тураһында тағы ла һүҙ ҡуҙғатҡас, сер йомғағын һүтмәй булдыра алманы.
– Фәиз, дөрөҫ аңла, беҙ бер-беребеҙгә иш түгел, – тип хәбәрҙе төптән башланы.
– Нисек? - Егеттең башына күҫәк менән тондорғандай тойолдо.
– Үҙең шикелле берәйһен табырһың...
– Юҡ, миңә бүтән берәү ҙә кәрәкмәй, һин генә кәрәк.
– Ниңә улай тиһең, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ, өрмәгән ергә ултыртмам...
– Фәиз, минең бит балам бар.
Сәриә өс йәшлек ҡыҙы үҫеүен, әле Илгизәнең ауылда әсәһе янында булыуын түкмәй-сәсмәй еткерҙе. Фәиз тыныс ҡына тыңланы ла, ҡыҙҙың ҡулын күкрәгенә ҡыҫып, тын ҡалды. Ярата ул Сәриәне, ныҡ ярата. Дөрөҫөн һөйләгәне өсөн уға ҡарата ихтирамы тағы артты. Хатта ике балаһы булһа ла, уны кәләш итеп алырға әҙер булыуын ҡолағына шыбырҙаны.
Теге ваҡыт улы әсәһенә балалы ҡатынды кәләш итеп алырға теләүен әйткәнгә аралары ҡатмарлашҡайны. Фәиздең артҡа сигенеү уйы юҡ ине. Гөлғәйшә был юлы һөжүмгә Фәтихте лә үҙе менән алған.
– Атайың да, мин дә ризалыҡ бирмәйбеҙ, балалы бисәне беҙҙең йортобоҙға алып ҡайтаһы булма, – тип ҡысҡырҙы әсәй кеше. – Ике аяғының береһен дә баҫмаһын.
– Аңлағыҙ мине, бында Сәриәнең ни ғәйебе бар, балаһы булһа ни, әллә ул кеше түгелме? Үҙен яратам икән, балаһын да яратасаҡмын.
Ҡаты һөйләшеү ошо урында өҙөлдө, Фәиз ишекте шарт ябып сығып китте... Ул мөхәббәте хаҡына барлыҡ кәртәләрҙе емерергә әҙерлеге, бер кемдең дә һүҙенә төшмәйәсәге хаҡында күптән ныҡлы ҡарарға килгән ине...