Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2020, 10:15

Йыл аҙағында асыласаҡ

Дәүләкәндә “Демография” милли проектының “Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар тыуҙырыу” төбәк проектына ярашлы тағы ла бер балалар баҡсаһы төҙөлә башланы.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Дәүләкәндә “Демография” милли проектының “Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар тыуҙырыу” төбәк проектына ярашлы тағы ла бер балалар баҡсаһы төҙөлә башланы.
Ҡаланың Мәскәү урамында кескәйҙәр өсөн 110 урынлыҡ баҡсаға нигеҙ һалына. Район хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов ошо көндәрҙә эш барышы менән танышты. Төҙөлөштө республиканың Капиталь төҙөлөш идаралығы етәкселегендәге подряд ойошмаһы бойомға ашырыла. Әле бөтәһе лә графикка ярашлы өҙөклөкһөҙ бара. Объекттың хаҡы 81 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк. Вәғәҙә итеүҙәренсә, балалар баҡсаһы ошо йылдың октябрь аҙағында сафҡа индереләсәк.
"Башҡортостан" (Дина Арсланова).
фото - yandex.ru
Читайте нас: