Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Май 2020, 18:15

Ҡаты сирлеләргә ярҙам итәм тиһәң...

Республика ҡан биреү станцияһы Башҡорт дәүләт медицина университеты менән берлектә COVID-19 реконвалесценты булған донорҙар тураһындағы мәғлүмәттәр базаһын төҙөү йәһәтенән эш башланы.

Өфөлә коронавирус сиренән һауыҡҡан донорҙың ҡанынан тәүге плазма яһалды.Республика ҡан биреү станцияһы Башҡорт дәүләт медицина университеты менән берлектә COVID-19 реконвалесценты булған донорҙар тураһындағы мәғлүмәттәр базаһын төҙөү йәһәтенән эш башланы. Яңы плазма коронавирус менән ҡаты сирләгән пациенттарҙы һөҙөмтәле дауалау мөмкинлеген бирәсәк. Рәсәйҙә ошо ауырыуҙы үткәргән кешеләрҙең плазма­һын бер нисә аҙна элек кенә Мәскәүҙәге Склифосовский исе­мендәге ғилми-тикшеренеү институтында, Ҡан үҙәгендә, Давыдов исемендәге һәм 52-се дауаханаларҙа ҡуллана башланылар.Мәғлүм булыуынса, ауырыуҙан һауыҡҡан кешенең организмында уға ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килә. Коро­на­вирусҡа ҡаршы һөҙөмтәле дарыу булмағанда тап плазма ҡаты сирлеләрҙе ҡотҡарыуға булышлыҡ итәсәк. Шуға күрә һауығып сыҡҡан пациенттарҙың барыһын да плазма тапшы­рырға саҡыралар. Бының өсөн Республика ҡан биреү станцияһының донорҙарҙы туплау бүлеге мөдире Артур Мусин менән бәйләнешкә инергә кәрәк. Уның телефоны: 8-927-089-89-02.
Автор: Р. ХӘСӘНОВ
Читайте нас: