Инәһен юғалтҡан ҡырағай йәнлеккә берәҙәк эттәр зыян килтереп ҡуймаһын тип ир уны өйөнә алып ҡайта. Табышы тураһында һунар инспекторына хәбәр итә.
Инспектор мышы балаһын кире урманға ебәрергә ҡуша. Ир талапты үтәй. Әммә инәһе балаһы янына кире килмәй. Белгестәр әйтеүенсә, йыш ҡына ҡырағай йәнлектәр, балаларын ситтән күҙәтә. Шуға ла мышы, ҡоралай йәки ҡабан балаларына юлыҡҡан осраҡта уларҙы «ҡотҡарырға» ашырға кәрәкмәй.
Табыш тураһында Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына хәбәр итергә лә мөмкин. Белгестәр тәбиғәттә яңғыҙ ҡалған ҡырағай йәнлектәрҙең яҙмышын хәл итеү юлдарын яҡшы белә. Әле Өфө районында табылған мышы балаһы Ауырғазы районындағы «Мәҫәле» һунарсылыҡ хужалығына урынлаштырылған. Үҫеп тояҡ нығытҡас ул кире тәбиғәткә ҡайтарыласаҡ.