Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Май 2020, 15:35

«Һөйөклө сабый» иртә үҫеш абилитация үҙәге онлайн вебинарҙар уҙғара

«Һөйөклө сабый» иртә үҫеш абилитация үҙәге 13,14 майҙа өс йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләү буйынса онлайн вебинарҙар уҙғара.

«Һөйөклө сабый» иртә үҫеш абилитация үҙәге 13,14 майҙа өс йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләү буйынса онлайн вебинарҙар уҙғара. Ата-әсәләргә Рәсәйҙең абруйлы белгестәре кәңәш бирәсәк. Бушлай дәрестәр йәш төркөмдәренә бүленеп өс йүнәлеш буйынса уҙғарыла. Вебинарҙа сабыйҙарҙың физик торошо, аң үҫешенә, ата-әсә менән бала араһындағы мөнәсәбәткә бәйле мәсьәләләр тикшерелә. Унда ҡатнашыу өсөн 8-(347)-287-29-02, 8-(347)-287-29-02 һандарына шылтыратырға кәрәк.
Читайте нас: