Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Май 2020, 13:15

Дәүләт ярҙамы сараларынан файҙаланып ҡалығыҙ

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында экспортлаусы ике компания менән тауарҙарҙы сит илгә ташыуға сығымдың бер өлөшөн республика ҡаҙнаһынан субсидиялау тураһындағы тәүге килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында экспортлаусы ике компания менән тауарҙарҙы сит илгә ташыуға сығымдың бер өлөшөн республика ҡаҙнаһынан субсидиялау тураһындағы тәүге килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.
Ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән ғәмәлгә индерелгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына һәм Башҡортостан иҡтисадының тотороҡлолоғон арттырыу буйынса тәү сираттағы саралар планына ярашлы, “Сәнәғәт Металлургия Технологиялары” һәм “Башлессервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренә финанс ярҙамы күрһәтеләсәк. Уларҙың беренсеһе сит илдәргә алюмин ҡатнашмалар, икенсеһе иһә ағас метериалдар оҙата.
Мәғлүм булыуынса, логистик субсидия алыуға ғаризалар 27 апрелдә ҡабул ителә башлағайны. Коронавирус таралыуға бәйле экспортлаусылар тауарҙы тәғәйен еренә ваҡытында еткермәгән өсөн неустойка, шулай уҡ транспорт саралары дәүләт сигендә туҡтап ҡалғаны өсөн штраф түләүгә сығымды ла субсидиялауҙы һорай ала. Программала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ ойошмалары, ҙур бизнес компаниялары ҡатнаша ала.
Экспортлаусы компаниялар республикала шулай уҡ башҡа дәүләт ярҙамы сараларынан да файҙаланыу мөмкинлегенә эйә. Шуларҙың береһе – продукцияны махсус сит ил ойошмаларында халыҡ-ара сертификатлауға сығымдың бер өлөшөн субсидиялау. Унда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары ғына ҡатнаша ала.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: foreign.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: