Яйыҡ
+18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Май 2020, 12:00

“Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!”

“Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” Ошо ябай ғына һүҙбәйләнештә күпме өмөт, ғорурлыҡ, ышаныс хистәре сағыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк етәксеһе вазифаһында эшләй баш­лағандан алып был һүҙҙәрҙе күп тапҡырҙар ишетергә яҙҙы.

“Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” Ошо ябай ғына һүҙбәйләнештә күпме өмөт, ғорурлыҡ, ышаныс хистәре сағыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк етәксеһе вазифаһында эшләй баш­лағандан алып был һүҙҙәрҙе күп тапҡырҙар ишетергә яҙҙы. Һүҙ күрше төбәктә имгәнгән күп балалы атай тураһында барһынмы, сит илдә аварияға эләгеп йәрәхәтләнгән йәш ҡыҙ булһынмы – бер кем дә ситтә ҡалманы. Республика ярҙамы менән улар тыуған яҡтарына алып ҡайтылды, һәр кемгә кәрәкле ярҙам күрһәтелде.Бар донъяны ялмап алған коронавирус пандемияһына бәйле хәүефле хәлдәр килеп тыуғас, был һүҙҙәрҙе тағы ла йышыраҡ ишетә башланыҡ. Төп хәүеф сит илдәрҙән янаһа ла, Башҡортостан яҡташтарын алып ҡайтыуға бар көсөн һалды һәм был эш әле һаман дауам итә. Һәм бына был көндәрҙә йәнә ҙур һынау алдына баҫты республика. Саха (Яҡут) Республикаһындағы хәл һәм ауыр шарттарҙа ҡалған вахтовиктар тураһында бөгөнгө яҙма.Беҙҙекеләр ауыр хәлдә ҡалдыКоронавирус инфекцияһы төбәктәр араһында таралмаһын өсөн һәр өлкә һәм республика етәкселеге иңенә ҙур яуаплылыҡ төштө. Үҙ кешеләреңде лә һаҡларға кәрәк, ситтә ҡалғандарын алып ҡайтыу ҙа зарур. Ҙур илебеҙҙең төрлө тарафтарында вахта ысулы менән эшләгән кешеләр был үҙгәрештәрҙе тәүгеләрҙән булып тойҙо. Кемдәр пандемия башланған саҡта Себерҙә ине, улар хәлдәр тотороҡланғансы эштә ҡалды, ә ялға ҡайтҡандар өйҙәрендә ятырға мәжбүр. Тик был саралар афәттән аралай алманы. Ҡайһы бер ятҡылыҡ­тарҙа сир усаҡтары барлыҡҡа килә башланы. Шундайҙарҙың береһе Саха (Яҡут) Республикаһының Ленский районында урынлашҡан Чаянда ятҡылығында ҡабынды. Унда эшләгән ун меңдән ашыу кешенең 1800-ө Башҡортостандан ине.Ятҡылыҡ шарттарында карантин сараларын һәм эпидемиология талаптарын үтәүҙең бик ауыр икәнлеге аңлашыла. Бер ятаҡта йәшәгән, бер урында эшләгән ир-ат сирҙе күпләп йоҡторҙо. Ҡурҡыныс сир алдында яҡлауһыҙ ҡалған вахтасылар апрель аҙағында митингка сыҡты. Улар карантин талаптарына яуап бирмәгән йәшәү шарттарына ҡаршы ине һәм тиҙ арала саралар күреүҙе талап итә башланы.Шулай уҡ яҡташтарыбыҙ социаль селтәрҙәр аша Радий Хәбировҡа мөрә­жәғәт итте. Вахтасылар коронавирусҡа бирелгән анализдары һөҙөмтәләрен ала алмауҙары, сирлеләрҙе изоляцияламау­ҙары, шәхси һаҡланыу саралары юҡлығы тураһында хәбәр итте.Хәлдәр бигерәк ҡурҡыныс масштаб алмаҫ элек тип, республика властарына был компания етәкселәре хат яҙып, яҡташтарыбыҙҙы алып ҡайтыуҙы ойоштороуҙо һораны. Быға Башҡорт­остан Башлығы Радий Хәбиров һис шикһеҙ ризалыҡ менән яуап бирҙе.Тәү башлап был турала һүҙ 30 апрелдә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә күтәрелде. Радий Фәрит улы хатты уҡып ишеттерҙе һәм ситтә ҡалған эшселәрҙе алып ҡайтыуыбыҙ тураһында белдерҙе. “Беҙ уларҙы уйлап та тормай ҡабул итәсәкбеҙ. Улар – беҙҙең ҡәрҙәштәр, республика кешеләре. Эйе, был бик ҙур эш. Улар араһында коронавирус менән зарарланғандар ҙа бар. Был беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһына ныҡлы көсөргәнеш буласаҡ”, – тигәйне Радий Хәбиров.Тағы шуныһын белдерергә кәрәк, Башҡортостан вахтовиктарын тиҙ арала алып ҡайтыу сараһын күргән Рәсәйҙә берҙән-бер төбәк булды. Аҙаҡ инде, беҙгә ҡарап, башҡа төбәктәр ҙә үҙ кешеләрен алып сыға башланы.Тәүгеләре ҡайтты ла индеБыл һөйләшеүҙән һуң бер нисә көн ваҡыт үтеп тә өлгөрмәне, республикаға тәүге эшселәр ҡайта ла башланы. 3 майҙа “Магнитогорск” аэропортына Яҡут Республикаһынан 200 вахтасы менән тәүге борт килеп төштө. Беренсе самолеттарҙа ҡайтҡандарҙың бөтәһен дә Әбйәлил районында урынлашҡан шифаханаларҙың береһенә обсервацияға ебәрҙеләр. Шуға күрә улар Силәбе өлкәһендәге Магнитогорск ҡалаһына килеп төштө һәм бер сәғәт эсендә тәғәйен урынға барып та етте.“Тәүге ҡайтҡан вахтасылар араһында температураһы булғандар юҡ. Кешеләр бик арыған, юлда йонсоғандар, тик кәйефтәре бик шәп, ниһайәт, тыуған яғына ҡайта алыуҙарына шатланалар”, – тип тәүге тәьҫораттары менән уртаҡлашты уларҙы ҡаршы алған Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов.Эшселәрҙе ҡабул итеү бурысын Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәшировҡа йөкмәтте.“Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, беҙ яҡташтарыбыҙҙы ҡабул иттек, улар вахта ысулы менән Саха (Яҡут) Республика­һында эшләй. Раҫланған графикка ярашлы, аҙна эсендә барлыҡ 1800 вахтасыны алып ҡайтып бөтөрбөҙ тип күҙаллайбыҙ. Уларҙы обсерваторҙарға урынлашты­расаҡтар. Унда яҡташта­рыбыҙ ныҡлы медицина тикшереүе үтәсәк, даими медицина контроле аҫтында буласаҡ. Һәм 21 көндән ғаиләләре янына ҡайта аласаҡтар тип ышанабыҙ.Саха (Яҡут) Республикаһы етәксе­һенең Башҡортостан Башлығы Радий Хәби­ровҡа беҙҙең граждандарҙы тиҙ арала эвакуациялау ҡарары өсөн рәхмәт әйткәнен беләм”, – тине Ринат Бәширов.Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов та был эштә әүҙем ҡатнашҡан.“Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса беҙ 400 кешене ҡабул итәбеҙ. Өйҙәренә Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондарынан, Сибай һәм Баймаҡ ҡалаларынан яҡташтары­быҙ ҡайтты. Уларҙың барыһы ла ятҡылыҡта тест биргән һәм ул кире һөҙөмтә күрһәткән.Аҙна эсендә беҙ “Роспотребнадзор” талаптарына ярашлы уларға йәшәргә урын әҙерләнек. Уңайлы булһын өсөн душ кабиналары булған бүлмәләр, йылы аш ойошторҙоҡ. Бүлмәләрҙә телевизор, һыуытҡыс, сәйнүктәр бар. Обсерватор хеҙмәткәрҙәренең хәүефһеҙлеге тәьмин ителде. Яҡлау саралары һәм дарыуҙар етерлек кимәлдә алынған. Вахтасы ирҙәрҙең яҡындарына мөрә­жәғәт итәм: мин һеҙҙе бик яҡшы аңла­йым, ныҡ күрешкегеҙ киләлер. Тик әле үҙеңде хәүефкә тарытырға кәрәкмәй. Түҙеп тороғоҙ. Үҙегеҙҙе һәм һаулығы­ғыҙҙы һаҡлағыҙ. Ә һеҙҙең улдарығыҙ, ирҙәрегеҙ, ағайҙарығыҙ һәм атайҙарығыҙ тураһында беҙ хәстәрлек күрәбеҙ. Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ”, – тине Илдар Нафиҡов.Бик дөрөҫ ҡарарРеспубликаның Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре лә яҡташта­рыбыҙҙы үҙебеҙгә алып ҡайтыуҙың тулы­һынса аҡланған һәм дөрөҫ ҡарар булыуын дәлилләне.– Хәүеф булһа ла, был абсолют дөрөҫ ҡарар. Тәүҙә беҙ улар араһында зарарлан­ған кешеләрҙе асыҡлаясаҡбыҙ. Барыһы ла сирлеләр һанынан торасаҡ, – тине был турала һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова.Министрлыҡта белдереүҙәренсә, бәлә­кәй генә Яҡут Республикаһында коронавирус менән сирләгән кешеләрҙе дауалау өсөн етерлек кимәлдәге шарттар юҡ. Айырыуса, сит төбәк кешеләренә иғтибар ниндәй булыры билдәле түгел. Шуға күрә һаумы улар, сирлеме, тыуған яҡтарына ҡайтыу – иң дөрөҫө.– Һәр бер вахтасынан обсерваторға килеп етеү менән анализдар алына. Һәр береһе өсөн мотлаҡ медицина тикшереүе үткәреләсәк, уларҙың тән температураһы һәм ҡандарында кислород кимәле үлсәнәсәк, – тине Ирина Кононова.Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, быға тиклем ҡайтҡандар араһында бер кешенең сирле булыуы асыҡланған. Ул әле изоляторҙа даими контроль аҫтында.Ҡалған вахтасылар “Өфө” аэропортына ҡайтасаҡ. Һәр бер самолетты табиптар, “Роспотребнадзор” вәкилдәре һәм был эште ойоштороуҙа яуаплы булған кешеләр ҡаршы ала. Борттың эсендә үк уларҙы тикшерәләр һәм тән температураһын үлсәйҙәр. Пилоттар, стюардессалар – барыһы ла хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәй, улар һаҡлау костюмдарында.Өфөгә ҡайтҡан кешеләр Өфө һәм Ғафури райондары шифаханаларында обсервация үтәсәк. “Роспотребнадзор” талаптарына ярашлы, уларҙың карантинда булыу осоро 14 түгел, ә 21 көн дауам итәсәк. Тик шунан һуң ғына барлыҡ анализдары ла яҡшы һөҙөмтә күрһәтһә, улар өйҙәренә ҡайтып китәсәк. Сит төбәктә әллә сирләйем, әллә юҡ, әллә дауалайҙар, әллә ташлап ҡуйырҙар, тип ҡайғырып ятҡансы, тыуған яғыңда булыу күпкә отошлораҡ шул. Обсервация ваҡыты үтер ҙә китер, ә һау ғаилә башлыҡтары, атайҙар һәм улдар ял итеп, яҡындары, ғаиләһе янына ҡайтасаҡ.
Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
Читайте нас в