Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2020, 11:25

Властар Урал аръяғында тәбиғи ташты эшкәртеү заводын тергеҙергә ярҙам итергә ниәтләй

Властар Әбйәлил районының Тирмән ауылында тәбиғи ташты эшкәртеү заводын тергеҙергә ярҙам итергә ниәтләй.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостанВластар Әбйәлил районының Тирмән ауылында тәбиғи ташты эшкәртеү заводын тергеҙергә ярҙам итергә ниәтләй. Республика башлығы Радий Хәбиров Урал аръяғы буйлап эш сәфәре барышында предприятиены ҡарап сыҡты. «Спецстрой» компанияһы иҫке бинаны һәм ҡорамалдарҙы ҡуртымға алған, ләкин ауырлыҡтарға тап булған: завод майҙан алып октябргә тиклем генә эшләй ала. Сөнки бина йылытылмай, газ торбаһы киҫеп алынған, ҡыйыҡҡа ремонт эшләргә кәрәк. Завод ташты һыу ярҙамында ҡырҡа, шуға һыуҙың даими әйләнеше талап ителә. «Һыу ике көн элек кенә туңыуҙан туҡтаны, беҙ эште башланыҡ», — тип һөйләнеләр плита, шаҡмаҡлап ваҡланған таш, юл һәм тротуар бордюрҙары, мәрмәрҙән һәм граниттан изделиелар сығарылған заводта. Биналар (административ корпус, ашхана, ятаҡ, ҡаҙанлыҡ бүлмәһе, медпункт, тәбиғи ташты эшкәртеү цехы, компрессор станцияһы һәм башҡалар) дәүләт милкендә. Станоктар «Уралагротехсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенеке. Башҡортостан башлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, быйыл март айында заводты тергеҙеү буйынса проект офисы булдырылған. Инвестиция проектын тормошҡа ашырыу башлана: майҙың икенсе яртыһында заводтың тәбиғи ташты (мәрмәр, гранит, долерит) эшкәртеү буйынса беренсе линияһы эш башлай. Тулы ҡеүәткә сыҡҡас, заводта 51 кеше эшләй ала (хәҙер — 12). «Бында бик яҡшы сәнәғәт майҙансығы булырға мөмкин. Ресурстар бар. Хәҙер беҙ биналарҙы ремонтларға тейешбеҙ, инвесторҙар ҙа ҡыбырлай башланы. Продукцияға ихтыяж булыр – парктар, йәмәғәт киңлектәре өсөн граниттан, мәрмәрҙән материалдар һатып алырға тырышабыҙ», — тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.
"Башинформ".
Читайте нас: