Башҡортостанда 700 меңдән ашыу бала бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һум аҡса алырға хоҡуҡлы.
Ата-әсәләрҙән ғаризалар 1 октябргә тиклем ҡабул ителә, ашығырға сәбәп юҡ, тип билдәләне республика хөкүмәте вице-премьеры Ленара Иванова.
«Шау-шыу тыуҙырған түләүгә килгәндә, өс йәштән алып 16 йәшкә тиклемге балаһы булған бөтә ғаиләләргә һәр балаға бер тапҡыр 10 мең һум күләмендә пособие түләнә».
Пособие юллау өсөн тейешле мәғлүмәтте, шул иҫәптән аҡса күсереү өсөн банктағы иҫәп номеры тураһында мәғлүмәтте яҙып, дәүләт хеҙмәттәре порталында ғариза бирергә йәки йәшәгән урын буйынса Пенсия фонды идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Түләүҙәрҙе 2020 йылдың июненән Пенсия фондының территориаль органдары ғәмәлгә ашыра.
«Башҡортостанда 700 меңдән ашыу бала ошондай түләү алырға хоҡуҡлы. Шулай итеп, был айҙарҙа беҙҙең кешеләр 7 миллиард һум алырға тейеш», — тип өҫтәне Ленара Иванова.
http://www.bashinform.ru/news/1449028-v-bashkirii-700-tysyach-detey-poluchat-nashumevshuyu-vyplatu-v-razmere-10-tysyach-rubley/