Әлеге ваҡытта ил етәкселеге тарафынан балалары булған ғаиләләр өсөн күп төрлө ярҙам күрһәтелә. Уларҙы алыу өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғариза биреү ҙә етә.
Бөгөн өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалары булғандар өсөн яңы пособиены алыу тәртибен аңлатмаҡсыбыҙ. Бының өсөн ни бары дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталында https://www.gosuslugi.ru/395727/1/info һылтанмаһы буйынса электрон ғариза биреү ҙә етә.
Ҡалған документтарҙы ведомство-ара хеҙмәттәшлек форматында үҙҙәре һорап аласаҡтар. Түләүҙе алыу өсөн ғаризаларҙы 2020 йылдың 1 июненән ҡабул итә башлайҙар. Был турала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгесе Ольга Моргунова хәбәр итте.
#детибашкириисчастье#башҡортостанбалалары