Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 10:35

Балалар баҡсаһы төҙөлә

Иглин районында 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Иглин районында 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә. Эш “Демография” милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Ике ҡатлы бинаның майҙаны өс мең квадрат метрҙан ҙурыраҡ буласаҡ, баҡса Силантьев урамында урынлашҡан.
Төҙөлөш 2019 йылдың сентябрендә башланған, 2020 йыл аҙағына тамамланырға тейеш. Әлеге ваҡытта буласаҡ баҡсаның бинаһы төҙөлгән, тәҙрәләр ҡуйылған, ҡыйыҡ монтажы тамамланыу өҫтөндә. Тышҡы биҙәү эштәренең дә яртыһы башҡарылған. Шул уҡ ваҡытта эшселәр йылытыу, вентиляция, һыу, канализация, яҡтылыҡ селтәрҙәрен монтажлау менән мәшғүл. Тиҙҙән йыһазландырыу, тирә-йүнде төҙөкләндереү эштәре башланасаҡ.
Объекттың дәүләт заказсыһы – Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы, генераль подрядчигы – “Эсра” йәмғиәте.
Йыл башында Иглин ауылында 640 урынлыҡ яңы мәктәп үҙ ишектәрен асҡайны. Ул 160 урынлыҡ менән берләштереп төҙөлгән.
"Башҡортостан".
Автор - Г. Балтабаева.
Фото: mintrud.bashkortostan.ru
Читайте нас: