Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 18:55

Балалы ҡатындарҙың да эшкә сыҡҡыһы килә...

Декрет ялындағы ҡатындарҙы, ете йәшкә тиклемге балалары булған әсәләрҙе эшкә алған йүнселдәргә ярҙам күрһәтеләсәк.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары икенсе уҡыуҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ берәмектәренә власть яғынан ярҙамға хоҡуҡ биргән закон ҡабул итте. Декрет ялындағы ҡатындарҙы, ете йәшкә тиклемге балалары булған әсәләрҙе эшкә алған йүнселдәргә ярҙам күрһәтеләсәк.
– Бәләкәй балаһы булған ҡатындарға йыш ҡына эш табыуы ҡыйын. Теләге һәм мөмкинлеге булған осраҡта ла. Закон проекты балалы ҡатындарҙың хеҙмәткә хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән. Беҙҙең уйыбыҙса, был норма демографик хәлгә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Күп ғаиләләр тап иҡтисади ҡатмарлыҡтар, эште юғалтыу ихтималлығы арҡаһында бала табыуҙан баш тарта. Проблема тулы булмаған ғаиләләр өсөн айырыуса көнүҙәк, – тигән аңлатма бирҙе Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Бизнесҡа ярҙам саралары милеккә ташламалы шарттарҙа һалым түләүҙә, субсидиялар биреүҙә, йәрминкәләр, күргәҙмәләр ойоштороуҙа, төбәктәр араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм һөнәри әҙерлекте яҡшыртыуҙа сағыласаҡ.
#детибашкириисчастье#башҡортостанбалалары
Фото: sastavki.com.
Читайте нас: