Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, башланғыс кластар 22 майҙа йәйге каникулға сыға. Ә 5-11 класс уҡыусылары 29 майға тиклем белем ала. Сығарылыш уҡыусылары өсөн Берҙәм дәүләт имтихандарына килгәндә, уны июлгә йәки авгусҡа күсереүҙәре ихтимал. Уның ҡарауы, 9 кластарға дәүләт имтиханын бөтөнләй тапшырмаҫҡа рөхсәт итеүҙәре мөмкин. Аныҡ ҡарар ошо көндәрҙә ҡабул ителергә тейеш.