Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 18:55

Гөлгөнә Байегетованан бәпембә балы

Әле тышҡа сығып 250 тапҡыр эйелергә тура килде! Юҡ, мин күнекмәләр эшләмәнем, ә 250 бөртөк бәпембә сәскәһен өҙҙөм!. Көндөң ҡап уртаһы тип бәпембә сәскәләренең асылған ғына мәлендә йыйып өлгөрөргә ашыҡтым. Бәпембә сәскәләренән бал эшләргә уйым бар. Яҙғы бәләкәй генә ҡояш нурҙары кеүек янып торған бәпембә сәскәләрен балға әйләндереп һаҡлап ҡалғы килә!. Бының өсөн кәрәк :- 230 - 250 штук бәпембә сәскәһе,- 1 литр һыу,- 1 - 1.5 кг. шәкәр ҡомо,- 1-2 лимон.

Читайте нас: