Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 16:40

Үкенес

Кемдеңдер үҙәккә үтерлек итеп сеңләп илауына уянып китте Гүзәл. Хәйерһеҙ, әллә теге бесәй балаһы шулай илаймы икән? Ҡайһы бәғерһеҙе аҙаштырып киткәндер, алты йәшлек ҡыҙы урамдан тотҡан да алып ингән. Өйҙәре ауылдың иң ситендә булғас, шуныһы ҡыйыныраҡ: ауылдаштары артыҡ-мортоҡ бесәй балаларын да, эт көсөктәрен дә алып килеп ташлай ҙа китәләр.

Мәҙинә ЙӘҒӘФӘРОВАҮкенес Кемдеңдер үҙәккә үтерлек итеп сеңләп илауына уянып китте Гүзәл. Хәйерһеҙ, әллә теге бесәй балаһы шулай илаймы икән? Ҡайһы бәғерһеҙе аҙаштырып киткәндер, алты йәшлек ҡыҙы урамдан тотҡан да алып ингән. Өйҙәре ауылдың иң ситендә булғас, шуныһы ҡыйыныраҡ: ауылдаштары артыҡ-мортоҡ бесәй балаларын да, эт көсөктәрен дә алып килеп ташлай ҙа китәләр. Ә балалары бигерәк нескә күңелле, йәлләүҙән йөрәктәре өҙөлә – өйгә ташыйҙар. Бына был бәләкәс кенә йөн йомғағын да ах-ух килеп тәрбиәләнеләр: өс йәшлек улы арҡаһынан һыйпап үҙенсә йыуатты, ҡыҙы йүгереп кенә һыуытҡыстан һөт алып килде, инде үҙен еткән егеткә һанай башлаған етенселә уҡып йөрөгән ағайҙары, тыштан эҙләй һалып, бушаған һут һауытын алып инде, үткер бәкеһе менән төбөн ҡырҡып, бына тигән һөт һауыты яһап бирҙе. Етмәһә, бәләкәс туғандарын үҙенсә шелтәләп алырға онотманы: «Теләһә ниндәй һауытҡа һөт ҡоймағыҙ, бына ошо булыр бесәйҙеке». Тик балалары йән атып торһа ла, бесәй балаһы мейес алдына ултыртҡан һөтөнә әйләнеп тә ҡараманы, мөйөштән мөйөшкә ямаҡай мыяулап йөрөүөн белде.» Бес-бес-бес-бес-бес», - тип уның бер алдына, бер артына сығып саҡырған ҡыҙының күҙҙәренә йәш тулып китте, иларҙай булып бесәй балаһын күкрәгенә ҡыҫты, иркәләп башынан һыйпаны. «Әсәһен эҙләй был», - тип һығымта яһап ҡуйҙы ағайҙары. …Сеңләү тынманы. Инде ул үкһеп-үкһеп илау тауышына әйләнде. Ҡапылғара йоҡоһонан айнып, күҙҙәрен аса алмай ятҡан Гүзәлдең зиһенен йәшен тиҙлегендә бер уй телеп үтте: «Әсәйем!» - Уй Аллам, ҡалай йоҡлаған да киткәнемсе, - тип ғәйепле төҫ менән йәнтәслимгә ырғып тороп ултырҙы, уранып ятҡан дебет шәлен бер яҡҡа атып бәрҙе. Өйөндә йоҡлап ята тип, ҡайһылай онотолоп киткәнсе. Һуң ул ике көнгә ҡунаҡҡа тип кенә ҡайтып, ҡапыл әсәһенең ауырып киткәнлеген дә, «Тиҙ ярҙам» машинаһы саҡыртып уны дауаханаға алып килеп һалғанлығын да иҫенән сығарған, имеш… Инде тиҫтәләгән йылдар эсендә иҫәпһеҙ-һанһыҙ ауырыуҙарҙың улай ҙа, былай ҙа борғоланып аунауынан пружиналары бушап бөткән, төбө иҙәнгә етә яҙып эйелеп киткән иҫке карауат шағыр-шоғор итеп ҡалды. Гүзәлгә ул «Сабыр-сабыр», - тиеп ишетелде. Йәш ҡатын ашығып дөбөр-шатыр карауатынан ырғып тороуы булды, ҡаршылағы карауатта ятҡан әсәһе күҙен асты. Илау тауышы был мәлгә инде шым ғына шыңшыуға күскәйне. Аптыранған Гүзәл, ҡабаланып барып, ҡалтыранған ҡулдары менән утты яндырып ебәрҙе. Көслө яҡтылыҡҡа күҙе сағылып, бер килкем асалаҡ-йомалаҡ булып торғандан һуң, күҙ алдына асылған күренештән шаҡ ҡатты. Кисә кис кенә уларға бүлмәләш итеп индерелгән әбей, бөтә түшәк-яҫтығын йомарлап иҙәнгә төртөп төшөргән, өҫтөндәге кейемдәрен сисеп берәм-һәрәм унда-бында ташлаған да илай-илай ҡаҡ карауатта кесе ярау итә ине… Гүзәл шаҡ ҡатып иҫен йыя алмай торҙо, унан уңайһыҙланып ҡына әбейҙең иҙәндә сәселеп ятҡан эске кейемдәрен йыя башланы. Ярты кәүҙәһен фалиж һуҡҡан был инәйҙең уң аяғы менән ҡулы бөтөнләй хәрәкәт итмәй ине, нимә һөйләгәне лә аңлашылмай. Телен көрмәлтә-көрмәлтә ниҙер әйтергә маташып ҡарай ҙа, ахыры, булдыра алмай, көлөмһөрәгән булып ҡул һелтәй. Әле иһә уның һыҡтау ҡатыш ни мөңгөрләгәнен бөтөнләй төшөнмәне Гүзәл. Эске күлмәген көс-хәл менән тартып-һуҙып кейҙергәс, баянан бирле ҡаш төйөп ҡарап ятҡан әсәһе хәлһеҙ тауыш менән: «Ҡуй, ҡыҙым, булышма, бар, шәфҡәт туташын саҡыр ҙа ҡуй. Улар өйрәнеп бөткән бит инде», - тине. Тоноҡ ҡына яҡтыртылған коридор буйлап барғанда ла әбейҙең илаулай-илаулай үҙ алдына нимәлер һөйләнгәне ишетелде. Дежур шәфҡәт туташы серем итеп киткән, ахыры, Гүзәлгә байтаҡ ҡына туҡылдатып торорға тура килде. Хәлде төшөнгәс уныһы, башынан һыпырылып төшөп барған яулығын төҙәтә-төҙәтә, һуҡранып алдан төштө. - Ай әттәгенәһе, таяғын төнгөлөккә алып йыйып ҡуйғайным шул. Әтеү төн уртаһы тимәй, таң һарыһы тимәй, торбаға шатыр-шотор һуғып саҡыра ла ултыра. Бөтә балнисты уятып бөтә. Гүзәл, сәйерһенеп ни әйтергә лә белмәй, шым ғына уның артынан эйәрә бирҙе. Йәш ҡатын иһә, уны тыңлаусы бармы-юҡмы, һаман һөйләнде: «Өйҙә теге алкашы йоҡтарға хут бирмәй, бында – былары теңкә ҡорота». Шул килеп ингән ыңғайы әбейгә тотоноп китте. - Тағы ла миңә эш яһаныңмы? Төнө буйы убыр кеүек тығынаһың да, шунан ҡарауылла һине. - Һы, һыңҡ-һыңҡ… Шыңшыған әбейҙең ауыҙынан өҙөк-йыртыҡ сыҡҡан һүҙҙәрҙе, ни ғәжәп, шәфҡәт туташы бик һәйбәт аңлай булып сыҡты. Үҙе әбейҙе еңелсә орошоп йөрөй, ә үҙенең тилбер ҡулдары өйрәнелгән хәрәкәттәр менән йомшаҡ ҡына итеп һөртөр ерен һөртөп, йыуыр ерен йыуып, күҙ асып йомғансы әбейҙе кейендереп тә ҡуйҙы. Гүзәл ипләп кенә әсәһе янына барып ултырҙы ла уларҙың ғәҙәти кеше аңламаған әңгәмәһен тыңлай башланы. Инәй телен көрмәлтә-көрмәлтә ниндәйҙер өндәр сығарып маташа, ә тегенеһе һин дә мин уға яуап ҡайтара. – Эйе шул, табырға ине һиңә лә бер ҡыҙ. Ултырмаҫ инең ҡартайған көнөңдә яңғыҙың тилмереп, сит-ят кешеләр ҡулына ҡарап. Ауыҙыңа һыу тамыҙыр ҙа яҡының юҡ бына хәҙер. Балнистан балнисҡа күпме генә йөрөтөрҙәр, тиһең, бер көн килеп сығарып ебәрһәләр, ҡайҙа бараң?! Кем ҡарар тиһең һине? – … – Һы, йөрөгәнһең инде ата коммунист булып. Партия ҡушҡас, тигән була ищу етмәһә. Ана, юҡ, бөттө һинең партияң, ә һин ултыраһың кеше көнлө булып. Ней берәү булһа ла балаң, ней абышҡаң юҡ… – … – Һуң тапманыңмы шул сатан-сулаҡ булһа ла? Һал ағыҙып йөрөгәнеңдә, төнгөлөккә йылынам, тигән булып үҙең инер инең берәйһенең ҡуйынына. Әбей кет-кет үҙенсә көлгән булды. Йыуындырып, таҙа кейемдәрен кейҙергәс, уның кәйефе бермә-бер күтәрелеп китте. Шәфҡәт туташы иһә ул арала түшәк-яҫтыҡтарын да ҡағып-һуғып, йүнәтеп һалып бөттө, шунан бәпәй кеүек йыуатып, әбейҙе урынына һалды. Үҙе тумбочка өҫтөндәге төрлө эреле-ваҡлы ҡаптарҙағы аҙыҡ-түлекте пакет эсенә тултыра башланы. – Ә быларын алып сығып торам. Беҙҙең балаларға юҡ бынауындай тәмлекәстәр. Һурғыс кәнфитен дә алып ашата алмайбыҙ. Ә быны хөкүмәт ҡарай…Пенсияны ҡутара алғас ней, тәм-том ғына ашап ята, ә…Смотри, тағы төнө буйы ашанһаң! Ул әбейгә ҡарап шаяртып бармаҡ янаны. – Иртәнсәк сәйгә алып инермен. Беләм мин һине, хәҙер төнө буйы сысҡан кеүек кимереп сығаһың… Унан Гүзәлгә ҡарап йылмайҙы: – Иртәгә врачҡа әйтеп икенсе палатаға күсерербеҙ. Әтеү һеҙгә тынғылыҡ булмаҫ ул... Гүзәл, шәфҡәт туташы эшен бөтөрөп сығып киткәс, бер уянғанда тип, әсәһенең оҙаҡ ятыуҙан ойоған арҡаларын һыйпаштырғыланы, ирендәрен сылатты, аҫтына «өйрәк» ҡуйҙы. Йоҡоһо ҡасты инде, ятһа ла күҙ алдынан теге әбейҙең сыр-яланғас ҡаҡ карауат өҫтөндә илап ултырыуы китмәй ыҙалатты… …Иртәнге тикшереүгә килгән доктор, әбейҙе ыңғай икенсе палатаға күсертте. Урын етмәгәнлектән, уртанан шаршау ҡороп, бер яғында теге әбей, икенсе яғында типһә тимер өҙөрлөк йәш кенә бер ирҙең хәрәкәтһеҙ ятҡанын күргән Гүзәлдең йөрәге өшөп китте. Йомош менән тегеләй-былай үткән һайын яртылаш асыҡ торған ишектән теләһә лә, теләмәһә лә күҙ һалырға тура килә. Әбейҙең ошо хәлдә ятыуына үҙен ғәйепле тойғандай коридорҙан йәһәтләй һалып үтеп китә. Эй-й-й, Хоҙайым, әбейе ярай, йәшәрен йәшәгән, ашарын ашаған, анау йәп-йәш ир ниңә ул хәлгә төштө икән?… Гүзәл ҡабаланып ҡырҙағы туғандарына ашығыс телеграмма һуғып бөткәйне. Төштән һуң ҡурҡышынан ап-аҡ булған апайы йәһәтләп килеп етте, ә кискелеккә, ара алыҫлығына ҡарамай, ике ағайы еңел машина менән килеп төштө. Ҡара һин уны, күптәнән былай йыйылышҡандары ла булмаған икән, әсәләренең хәлен күреп тыныслана төшкән туғандарҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Бәләкәй генә палата ағаларының дәү кәүҙәләре менән тулды ла ҡуйҙы. Янына теҙелешеп ултырған балаларына ҡарап, әсә кеше кәйефләнеп китте. Инде нисәмә көн буйы тамағына тәғәм ризыҡ ҡапмай ине, тәмләп тороп Гүзәлдең тотош һөткә генә бешергән, яңы ғына айыртылған ҡаймаҡ һалып болғаған бутҡаһын бер кәсә итеп ашап ташланы, һөтләп тороп, ҡуян ҡанындай ҡаты итеп яһалған ярты сынаяҡтай сәйен эсте. Гүзәл, теремекләнеп киткән әсәһенә ҡарап, үҙенең әлеге лә баяғы ҡабаланып бөтәһен дә аяҡҡа баҫтырыуына үкенеп ҡуйҙы. Ай, иҫәр, тимә инде шунан, бигерәк сыҙамһыҙ ҙа инде үҙе. Бына бит, шәбәйеп бара ла һуң әсәһе, ә ул ҡайһындай эш кешеләрен эштәренән айырып, барыһын да ҡурҡыуға һалды… Апайы, алыҫ юлдан килеп йонсоғандарҙыр, тип ағайҙарын эйәртеп ҡайтып китте. Гүзәл иһә, уларҙы оҙатып ингәс, әсәһе янына сүгәләне. Ҡара әле һин уны, күҙ алдында хәл кереп киткән кеүек булдысы үҙенә. Ҡыҙынан күтәрттереп, арҡаһына ике мендәр терәтеп, яртылаш һөйәлеп ултырып алды. Оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар. Әсәһенең хәтирәләре бала сағына, йәшлегенә лә барып төртөлә. Ҡыҙыҡ, элегерәк, әсәһе һау сағында ниңә ошолайтып иркенләп, ҡара-ҡаршы ултырып, ихласлап һөйләшмәгән икән Гүзәл? Донъяның алдатҡыс мәшәҡәттәре бөтә тиме икән, килһә лә бер, уҙа ҡалһа, ике көнгә генә ҡунаҡҡа килә торғайны. Унда ла йүгереп йөрөп әсәһенең йыйылып ятҡан эре-торо эштәрен эшләй-эшләй ҙә: «Ай, ана һыйырҙарым нишләне икән, малым, донъям, эшем», -тип саба һалып ҡайтып китер ине… Эй, алйот, алйот, бына бит, әсәһе ауырып түшәккә йығылғайны, малының да, донъяһының да, хатта ире менән балаларының да кәрәге бөттө лә ҡуйҙы… Башында тик бер генә уй: тик әсәһе генә иҫән булһын… - Әсәй, теге әбейҙең бер кеме лә юҡмы икән? Баянан бирле күңелен өйкәп тик торған һорауы үҙе лә һиҙмәҫтән ысҡынды бит тәки. - Булыр ине, үҙе ғәйепле…Бына һинең апайыңдан да ҙурыраҡ ҡыҙы булыр ине. Әсәһе теләр-теләмәҫ кенә яуап ҡайтарҙы. Уның был турала һүҙ алып барғыһы килмәгәнлеге һиҙелеп тора ине. - Ниңә улай тиһең, әсәй? - Заманында бөтә тирә-яҡты шаҡ ҡатырғайны шул ул әбейҙең ҡылығы. Хәҙер ней белеүсе кеше юҡ, тиң-тоштар күптән әхирәттә. - Ҡайһылай ҡыҙыҡ итеп әйтеп ҡуйҙыңсы, әсәй. - Бер ҡыҙығы ла юҡ шул, ҡыҙым. Ҡыҙғаныс яғы күберәктер ҙә әле. Мәрйенбикә уның исеме. Колхуздың кәнсәһендә иҙән йыуа торғайны тәүҙә. Шунда үҙенән күпкә өлкән, атаһына йәштәш кеше менән сыуалып йөрөп буйға уҙған. Ун ике генә йәш ине бахырға. Тәүҙә кеше-ҡара белмәһен өсөн эсен быуып һиҙҙермәй йөрөгән. Тик уның һымаҡты йәшертеп буламы ни инде, сругы апаруҡ булып киткәс, беҙҙең күршеләге әбейгә илаулап килгән. Ҡап-ҡара ғына сәсле ҡыҙ бала булған, бахырҡай. Имен-аман тыуған бит әле. Аҙаҡ күрше әбей үкенеп һөйләп-һөйләп ала торғайны: «Үҙем шул тиклем гонаһынан ҡурҡтым. Мәрйенбикәгә ҡуштым да ҡуйҙым. Мең ләззәттең бер ҡыйыны була, рәхәтен татығас, язаһын да үҙе алһын, тинем». Йә инде, шул бармаҡ буйындай ҡыҙ баланың нисек выжданы еткәндер. Һау-сәләмәт тыуған шалҡандай ҡыҙын сырылдатып сипсы менән ҡыҫып, бесәй балаһындай ҙа күрмәй, йыуынты һыу биҙрәһенә батырған. Ищу уныһы ыңғай үлмәгән бит әле, ҡараһалар, һыу өҫтөнә күпсеп килеп сыҡҡан, тей…Йөрәгең ярылып үлер. Нишләйһең инде, заманаһы ла ауыр ине, үҙе лә бала ғына булғас, аптыранғандыр Мәрйенбикә, көтә алмаҫтай булғандыр. Ана шул гонаһһыҙ сабыйҙың рәнйеүе генә төштө уға, ғүмере аҙағына тиклем ней ир бәхете күрмәй, ней бала һөйөүҙән мәхрүм булып йәшәне… …Арып киттемсе, төшөр әле, ҡыҙым, әҙерәк серем итеп алайыҡ. Һин дә ят, төндә йүнләп йоҡо төҫө күрмәнең. Гүзәл, эстән генә белекһеҙлегенә үҙен әрләй-әрләй, уны карауатҡа йәтешләп һалды. – Күп һөйләндереп бигерәк арытып ташланым шикелле һине, әсәй. Ярай, ятып ал әйҙә, -тип үҙе лә шым ғына карауатына барып ятты. Ятыу менәнме ни, күҙенә тамсы йоҡо әҫәре инмәне. Һаман да, берсә күрше бүлмәлә ҡарауһыҙ, кеше көнлө булып ятҡан теге әбейҙе, берсә, әле генә шап-шаҡтай йөрөгән әсәһенең ҡапыл ошо хәлгә төшөүөн уйлап, эстән генә бөтөрөндө. Ярай, әбейе әбей инде, ҡарарлыҡ яҡын туғандары юҡтыр, үҙ балалары ла булмағас, кемдең эсе өҙөлөп торһон инде сит кеше өсөн. Ә бит үҙҙәре түп-түңәрәк ғаиләлә үҫтеләр. Етеш йәшәнеләр, тип маҡтана алмай инде Гүзәл, ләкин атаһы ла, әсәһе лә уларҙы ас-яланғас итмәне. Әлбиттә, ҡайһы берҙә тиң-тоштарының матур-матур кейемдәренә, яңынан-яңы уйынсыҡтарына күҙҙәре ҡыҙа ине, тик юрғаныңа ҡарап аяҡ һуҙаһың инде. Ғаиләләре менән китап-журнал уҡырға яраттылар үҙҙәре, өйҙәренән яңы баҫылып сыҡҡан әҙәби әҫәрҙәр өҙөлмәне. Әсәһе иһә, ғәжәп, шиғыр яратты. Ҡысҡырып уҡый-уҡый ҙа күҙҙәре йәшләнеп мышҡылдығы сығып илап ала ине Балаларының дүртеһенә лә юғары белем бирҙе ата-әсәһе. Үҙҙәре әйтмешләй «әҙәм иттеләр», рәхмәттән башҡа ней әйтәһең инде. Хәйер, улар үҙҙәре лә тырыш булды, уҡырға атлығып торҙолар. Мәктәпте тамамлау менән бер-бер артлы баш ҡалаға китеп торҙолар, артыҡ ауырлыҡ күрмәй генә уҡырға инеп тә киттеләр. Тик, юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгестәрҙе ул ваҡытта йүнәлтмә буйынса эшкә оҙаталар ине, өс йылды мәжбүри рәүештә шул урында эшләмәйенсә бер ҡайҙа ла ебәрмәйҙәр. Бер ағайы шулай итеп бөтөнләй ер аяғы, ер башы Себер яҡтарына барып эләкте, икенсеһе бәләкәйерәк кенә бер ҡалаға урынлашты. Апайы, ярай, үҙҙәренең районына ҡайтыуын ҡайтты ул, ләкин төпкөл ауылдарҙың береһенә барып юлыҡты. Өсөһө лә тәүге эш башлаған ерҙәрендә ерегеп ҡалды ла ҡуйҙылар. Уңайлы шарттар булғас, эштәрендә лә үрләп киттеләр, башлы-күҙле булдылар, унан бер-бер артлы балалары була башланы. Ауылға ҡайтыуҙы береһе лә уйлап бирмәне. Хәйер, ата-әсәһе лә әллә ни ныҡышманы: «Әйҙә, үҙегеҙгә ҡайҙа оҡшай, шунда төпләнегеҙ. Иң мөһиме, һөнәр алығыҙ. Эшегеҙ булһа, ашығыҙ ҙа, почет та булыр. Беҙ генә ул, ғүмер буйы һыйыр ҡойроғона йәбешеп йәшәнек, бер ергә лә сығып йөрөй алманыҡ», - тинеләр. Төпсөктәренә күҙ терәп тора инеләр, уныһы ла күрше районға эшкә китте. Атаһы, был турала ишеткәс, ауыр көрһөндө лә: «Йән биргәнгә йүн биргән, беҙ бында әсәң менән икәү как-нибудтарбыҙ инде, балам. Ней хәл итәһең, әйҙә, эшләп ҡара», - тип фатихаһын бирҙе. Тәүҙә, «Бер йыл эшләп ҡарайым да ҡайтам», - тип йөрөгөн ҡыҙҙары шул яҡтарға кейәүгә сығып ҡуйҙы. Ҡыҙ баланың ней, шул инде, яҙмыш ҡайҙа ташлай, шунда таш кеүек бата. Маңлайына яҙылған тәҡдире шулай булғандыр инде. Ҡунаҡҡа ҡайтҡан һайын, инде ҡарыуы ҡайта башлаған ата-әсәһен йәлләп, үҙәге өҙөлдө Гүзәлдең. Тик күпме генә өгөтләмәһен, ҡәҙерлеләрен тыуған йорт нигеҙенән һыуындырып үҙе менән алып китә алманы. Атаһы мәрхүм булып ҡалғас, әсәһе бөтөнләй бирешеп китте. Балалары ҡайтмай оҙаҡлап китһәләр, әсәләре: «Үҙ башыма нишләп кенә бөтәгеҙҙе лә уҡырға ҡыуып ебәреп тик торҙом икән, исмаһам, берегеҙ эргәмдә булыр инегеҙ. Ана, Хәйернисаның биш малайы ла янында, бер ҡайғыһы ла юҡ. Бөтәһе лә тракторист, уҡып та ыҙаламанылар. Береһе тракторы менән утынын алып килә, икенсеһе «Белорусы» менән бесәнен тартып бирә. Ҡыҙҙары ла вис ауылда кейәүҙә, көн һайын береһе килеп, әсәләрен рәхәтләндереп, иҙәнен йыуалар, һыуын ташыйҙар, керен йыуалар», - тип көйәләнеп-көйәләнеп ала. Унан тағы икенсе ҡайтыуҙарына йөҙөн балҡытып икенсе төрлө хәбәр һала. - Уй, ҡыҙым, алай ҙа бөтәгеҙ ҙә уҡып кеше булғанығыҙ. Үҙегеҙ ҙә инде уҡырға ынтылып торҙоғоҙ. Ана, Хәйернисаның бер малайы эсеп йөрөп, тракторы менән кеше тапатҡан. Икенсеһе күршеһенән ҡыҙғанып бисәһен туҡмаған. Ҡыҙы ла кейәүенән туҡмалып ыҙалап йәшәй, битенән күк китмәй. Ай, әхирәткә Хоҙай түҙем бирһен инде. Һеҙ ней, ҡырҙа булғас, миңә насар хәбәрегеҙ ҙә ишетелмәй, күңелем тыныс. Ҡайтҡан һайын индийский сәйегеҙҙән, байрам һайын яулыҡ-күлдәктән өҙмәйегеҙ. Уның ней, малайҙары күлдәк түгел, бер әсмүхә сәй ҙә тотоп килмәйҙәр. Һи, улай ғына түгел, үҙҙәре әсәһенең пинсейәһенән баш төҙәтергә аҡса таптырып алып китәләр. Ҡоҙағайҙары менән буйы менән иреш -талаштан бушамайҙар. Улары ней эргәлә булғас, төрлө улай-былай хәбәрҙәре көнөнөкө көнөнә ишетелеп тик тора. Гүзәл һыны ҡатып көлә башлай. - Эй, әсәй, әсәй, аңламаҫһың һине, бер ҡайтҡанда әрләйһең, икенсе ҡайтҡанда маҡтайһың... Әсәһенең йөҙө етдиләнә шунан. - Эсем бошоп китһә, көйәләнәм инде... Көн дә берегеҙҙе көтөп тик ултырам, юлдан күҙемде лә алмайым, бына-бына ишекте киң асып килеп инерһегеҙ кеүек... …Уйҙарының ошо еренә еткәс, Гүзәл көрһөнөп ҡуйҙы. Эй, нишләйһең инде, бөтә әсәләрҙең дә шул. Үҙе йәш саҡта тамсы әһәмиәт бирмәһә лә, бына бит, хәҙер балалары өсөн ул да өҙгөләнә. Юҡҡа ғына ололар: «Улым уллы булмай, ҡыҙым ҡыҙлы булмай белмәҫ», - тип әйтмәгәндәр инде. Шулай инде, әсә күңеле балала, бала күңеле далала…
Читайте нас: