Өфө районы Михайловка ауылында «Демография» милли проекты сиктәрендә 640 урынлыҡ мәктәп һәм 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә. Объект ағымдағы йылдың ғинуарында төҙөлә башлаған, ә апрелдә төҙөү-монтажлау эштәренең фактик башҡарылыуы графиктан 3 айға алдан барыуы билдәләнгән. 13708,65 квадрат метрлы балалар баҡсаһы менән мәктәпте 2020 йылдың көҙөндә файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйҙәр. Объектты төҙөүҙә БР Капиталь төҙөлөш идаралығы- дәүләт заказсыһы, «1-се Төҙөлөш идаралығы» йәмғиәте иһә генераль подрядсы булып тора.