Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 17:10

Песков сирләгән

Владимир Путиндың матбуғат секретары Дмитрий Песков COVID-19 менән сирләгән

РИА-Новости” Владимир Путиндың матбуғат секретары Дмитрий Песковтың COVID-19 менән сирләүен һәм әле дауаханала булыуын хәбәр итә. Песков иһә, Президент менән ул айҙан ашыу элек күрешкәйнем, тип белдергән. Тимәк, был яҡтан хәүефләнәһе түгел.
Хәбәр итеүҙәренсә, ил Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин, мәҙәниәт министры Ольга Любимова, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев та, коронавирус йоҡтороп, дауаханала ята. Был вирус ҡартына-йәшенә лә ҡарамай ине, хәҙер юғары вазифалы кешеләрҙе лә урап үтмәҫкә булған, күрәһең...
Нисек кенә булмаһын, сирлеләрҙең тиҙерәк һауығып сығыуын теләйек. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы мәкерле сирҙән һаҡлағыҙ, битлек һәм бирсәткәләр кейегеҙ, кеше күп булған урындарға йөрөмәгеҙ!
Фото: "Башинформ"
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: