Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 18:10

Штраф түләргә тура килмәһен

Билдәле булыуынса, республикала битлек кейеп йөрөү режимы индерелде. Талаптарҙы инҡар итеүселәргә штраф түләргә тура киләсәк.

12 майҙан йәмәғәт урындарында битлекһеҙ йөрөүселәргә ҡарата штрафтар индерелде. Тәртипте боҙоусы ябай граждандарға - 1000-5000 һум, юридик шәхестәргә иһә 50-200 мең һум аҡса түләргә тура киләсәк.
Республикала аңлатыу эштәре алып барыла. Эске эштәр бүлеге һәм башҡа хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ҡала-райондарҙа битлек кейеү режимын күҙәтеү буйынса рейдтар ойошторасаҡ.
Республика етәкселегенең был аҙымға барыуын коронавирус эпидемияһынан һаҡланыуҙың ышаныслы ысулы тип ҡабул итергә һәм ауырыу, үлем осраҡтарын кәметеү маҡсатында индереүен аңларға кәрәк. Статистика күрһәтеүенсә, сит илдәрҙә талаптарҙы инҡар итеүсе халыҡтың яртыһы сирләп, үлем осраҡтары алты процентҡа тиклем барып етте бит. Һаҡланғанды Хоҙай үҙе һаҡлармын тигән! Шуға күрә үҙебеҙҙә һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ.
Гүзәл ЛАТИПОВА.
Читайте нас: