Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем министрлығы коронавирус арҡаһында 9 кластар рус теленән һәм математиканан мотлаҡ йомғаҡлау имтихандары тапшырмаясаҡ, тип хәбәр итте ти РИА Новости. Йомғаҡлау билдәләре йыллыҡ һөҙөмтәләргә ҡарап ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ сығарылыш уҡыусылары өсөн Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу тағы билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелде.