Башҡортостан Башлығы COVID-госпиталдә эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре менән тулыһынса иҫәпләшеү өсөн ике көн ваҡыт бирҙе. Түләүҙәр буйынса бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡтар булмаҫҡа тейеш тине, Радий Хәбиров. Республикала 4 мең самаһы медицина хеҙмәткәре өҫтәмә түләүҙәр ала. Табиптарға - 80, шәфҡәт туташтарына – 50, кесе медицина персоналына – 25 мең һум түләнергә тейеш.