Яйыҡ
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2020, 15:55

Аяҡ-ҡулдары һыҙлап интегеүселәргә файҙалы кәңәш

... Ҡайһы ғына төркөмгә инмә, аяҡ-ҡулы һыҙланыуына зарланыусылар күп. Армиянан һуң ҡапыл ғына аяҡларым һыҙлай башланы. Хатта аяғымды һоноп ултыра алмай инем. Әсәйем шулай эшләргә өйрәтте: бер пакет уҫаҡ (осина) япрағы йыйып алып ҡайт. Ҡояшҡа һалып ҡуй. Һап-һары булып бешкәс, тәрән тасҡа һал. Өҫтөнә ҡайнап торған һыу ҡой. Төнәтмәнең эҫелеге аяҡты бешермәҫлек булғас, тубыҡҡа хәтлем аяҡтарыңды тығып ултыр.

Аяҡ-ҡулдары һыҙлап интегеүселәргә файҙалы кәңәш. Үҙегеҙгә һаҡлағыҙ. ... Ҡайһы ғына төркөмгә инмә, аяҡ-ҡулы һыҙланыуына зарланыусылар күп. Армиянан һуң ҡапыл ғына аяҡларым һыҙлай башланы. Хатта аяғымды һоноп ултыра алмай инем. Әсәйем шулай эшләргә өйрәтте: бер пакет уҫаҡ (осина) япрағы йыйып алып ҡайт. Ҡояшҡа һалып ҡуй. Һап-һары булып бешкәс, тәрән тасҡа һал. Өҫтөнә ҡайнап торған һыу ҡой. Төнәтмәнең эҫелеге аяҡты бешермәҫлек булғас, тубыҡҡа хәтлем аяҡтарыңды тығып ултыр. Һәм мин шулай эшләнем. Ауырыуҙың бармаҡ остарынан сыҡҡаны һиҙелә. Беренсе тапҡырҙа уҡ ауырыу юҡҡа сыҡты. Ә мин профилактика өсөн ике тапҡыр аяҡтарымды уҫаҡ япраҡтары һыуында тоттом. Шунан бирле күҙ теймәһен! Шуныһы ла бар: Мөжәүир хәҙрәт тә гел кешеләргә ошоно өйрәткән икән. Ул ауырыу ныҡ көслө булһа микән, хатта япраҡты 40 уҫаҡтан йыйырға ҡушҡан. Юғиһә йәйгеһен тапап йөрөйбөҙ дарыуҙы,ҡыш аптекаға йүгерәбеҙ. Аллаһы тәғәлә башҡортҡа бөтәһен дә йәлләмәй биргән. Шуны эйелеп алырға йыбанабыҙ. Һеҙгә яҙғаным ярҙам итер тигән ышаныста ҡалам. (Сәлим Шарапов).
Читайте нас в