Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2020, 18:20

Бассейн төҙөкләндерелде

Өфөлә 50 метрлыҡ «Нефтсе» бассейнын төҙөкләндереү тамамланды

Өфөлә 50 метрлыҡ «Нефтсе» бассейнын төҙөкләндереү тамамланды. Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
«Уны заманға яраҡлаштырҙылар, залдарҙа ҡорамал ҡуйҙылар, һикереү өсөн вышканы яңырттылар. Быға тиклем 1967 йылда һалынған бинала бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән, уның 70% туҙған.
Көйләү эштәренән һуң беҙ өр-яңы тип әйтерлек спорт комплексы алырбыҙ. Шулай итеп, республикала бөтә бассейндарҙы асҡас, «Нефтсе» лә эшләй башлар, хәйер, теоретик яҡтан ул әҙер», — тип яҙҙы республика етәксеһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, спорт объекты ике йылға яҡын төҙөкләндерелде. Реконструкция республика бюджетына 140 миллион һумға төштө.
http://www.bashinform.ru/news/1450085-v-ufe-zavershena-rekonstruktsiya-basseyna-neftyanik/
Читайте нас в