Бынан кире битлектәр беҙҙең көндәлек айырылғыһыҙ атрибутыбыҙға әйләнәсәк. Ғөмүмән, пандеми бөткәнсе, йәғни коронавирусҡа ҡаршы вакцина уйлап тапҡанға тиклем. Бөгөн көндөҙгө 12 сәғәттә ҡалала йәшәүселәргә автобустарҙа, туҡталыштарҙа ирекмәндәр бушлай битлектәр тарата башланы. Уларға район хакимиәте, мәғариф, мәҙәниәт бүлеге, йәштәр һәм спорт сәйәсәте буйынса комитет хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ АТП эшселәре ҡушылды. Акция көн дауамында барасаҡ.