Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2020, 18:40

Сәсеү ҡыҙа

“Учалы элеваторы” йәмғиәте буш ятҡан ерҙәрҙе эшкәртеү буйынса дәүләт программаһында ҡатнаша. Предприятие хеҙмәткәрҙәре әлеге ваҡытта ең һыҙғанып эшкә тотонған. Ошо көндәрҙә ерҙәрҙе эшкәртеп бөтөп бойҙай сәсергә төшкәндәр.

“Учалы элеваторы” йәмғиәте буш ятҡан ерҙәрҙе эшкәртеү буйынса дәүләт программаһында ҡатнаша. Ҡунаҡбай ауыл Советы биләмәләренән халыҡтың пай ерҙәрен ҡуртымға алып, иген сәсергә ниәтләүҙәре тураһында яҙғайныҡ инде. Предприятие хеҙмәткәрҙәре әлеге ваҡытта ең һыҙғанып эшкә тотонған. Ошо көндәрҙә ерҙәрҙе эшкәртеп бөтөп бойҙай сәсергә төшкәндәр.
Антон Владимирович управляющийы Александр Курятенко менән үҙҙәре лә баҫыуҙан ҡайтмай, механизаторҙарға ҡытлыҡ, эшселәр табып булмай, ахырҙа үҙҙәренә лә тракторға ултырып, сәсергә төшөргә тура килә, яланда ҡунып та ҡалалар икән. Элеватор хеҙмәткәрҙәрен дә сәсеүгә йәлеп итәләр.
- Йылдар буйы сәселмәй ятҡан сиҙәм ерҙе һөрөп эшкәртеүе ауырға тура килә, һуҡа ватылып бара. Тиҙ генә ремонтлап ебәрергә кәрәк. Технологияны еренә еткереп теүәл үтәгәндә генә мул уңышҡа өмөт итеп була, офиста ғына ултырып сәсеүҙең нисек барғанын күҙәтеп булмай, шуға ла баҫыу эштәрендә фәҡәт үҙебеҙ ҙә ҡатнашабыҙ. Етәкселек итергә лә, механизатор булырға ла өлгөрәбеҙ, - ти ул йылмайып.
Читайте нас: