Яйыҡ
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 17:45

АТАЙ-ӘСӘЙ, ТАТЫУ ҒАИЛӘ, МАТУР, тыныс ЙОРТ - ИЛ КҮРКЕ!

Өйөңә бер ваҡытта ла асыу, үпкә тойғоларын алып ҡайтырға ярамай. Оло йәштәге ағайҙың әйткәндәре иҫтә: " Күрәһеңме, тупһа аша уҙыр алдынан эт гел генә ҡағынып ала. Һин дә шулай, өйөңә инер алдынан борсолоуҙарыңды, күңелһеҙ уйҙарыңды тышта ҡалдыр."

Өйөңә бер ваҡытта ла асыу, үпкә тойғоларын алып ҡайтырға ярамай. Оло йәштәге ағайҙың әйткәндәре иҫтә: " Күрәһеңме, тупһа аша уҙыр алдынан эт гел генә ҡағынып ала. Һин дә шулай, өйөңә инер алдынан борсолоуҙарыңды, күңелһеҙ уйҙарыңды тышта ҡалдыр." Һинең өйөң көрәш майҙаны түгел. Өй ул - һыуһыныңды ҡандырыр, ыжғыр бурандарҙан ышыҡланыр урын. Балаларыңды һағынып, һине көткәндәрен белеп ҡайтҡан кеүек, улар ҙа үҫкәс, ата-әсә йортона шатланып ҡайтып керерлек булһын, уларҙың һәр ҡайтып инеүе байрам булырға тейеш. Балаларың, улар өсөн һинең өй ишектәре һәр ваҡыт асыҡ булыуын, уларҙы бында һәр саҡ көтөүҙәрен, уларҙың хәсрәттәрен уртаҡлашырға әҙер булыуҙарын, һәр ваҡыт ярҙам күрһәтәсәктәрен белергә тейеш.
Башҡортостан ҡыҙы.Б
Читайте нас: