Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 18:10

Бөйөк Ванганан көндәлек кәңәштәр

Һеҙҙән уңыш, етеш тормош ҡасмаһын, бәхетһеҙлек килмәһен тиһәгеҙ, бер ваҡытта ла ярылған, сите кителгән, сатнаған һауыт-һабанан ашамағыҙ-эсмәгеҙ.

Һеҙҙән уңыш, етеш тормош ҡасмаһын, бәхетһеҙлек килмәһен тиһәгеҙ, бер ваҡытта ла ярылған, сите кителгән, сатнаған һауыт-һабанан ашамағыҙ-эсмәгеҙ. Шул һауыт кеүек тормошоғоҙҙоң да кителеүе мөмкин. Шуның өсөн бәләкәй генә булһа ла һыҙатланыу йәки ситтәренең кителеүен күрһәгеҙ, һауытығыҙҙы шунда уҡ ташлағыҙ.
Уңыш килһен өсөн өйҙә талисман рәүешендә сит илдәрҙең тинлек аҡсаһын һаҡлағыҙ, тик ул көмөш төҫөндә булһын.
Тормошоғоҙҙа бәхетле яңы осор башланһын тиһәгеҙ, ай тулған ваҡытта өйҙәге йыһаздарҙы икенсе урынға күсерегеҙ. Уңыш оҙаҡ та көттөрмәҫ.
Тупһанан насар уйлы кеше үтә алмаһын, бер ниндәй ҙә зыян эшләмәһен, тик уңыштар ғына ҡыуандырһын тиһәгеҙ, ишек башына мәрүәр ағасының ботаҡтарын (өсҡат йәки айыу баланы ағасы тип тә атала ул) ҡыҫтырып ҡуйығыҙ.
Шулай уҡ изге һүҙҙәр әйтеп һыуға өрөп уны тупһаға бөркөү ҙә насар уйлы кешеләрҙән һаҡлай тип иҫкәртә бөйөк күрәҙәсе.
Фото:123ru.net
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: