Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 18:15

БДИ нисек тапшырыласаҡ?

Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт быйылғы Берҙәм һәм Төп дәүләт имтихандарын тапшырыу тәртибен аңлатты.

Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт быйылғы Берҙәм һәм Төп дәүләт имтихандарын тапшырыу тәртибен аңлатты.
Төп дөйөм белем һәм урта дөйөм белем тураһында аттестаттар алыу өсөн ТДИ һәм БДИ бирергә кәрәкмәй. Был документтар барлыҡ сығарылыш уҡыусыларына йыллыҡ билдәләр нигеҙендә биреләсәк. Туғыҙынсы класты тамамлағандар өсөн Төп дәүләт имтихандары бөтөнләй үткәрелмәй.
Ә БДИ-ны быйыл юғары уҡыу йортона уҡырға инергә теләгәндәр генә тапшыра. Имтихандар һуңыраҡ ваҡытҡа күсерелде. Әлеге ваҡытта һынауҙарҙы 19 июндән йәки унан да аҙағыраҡ үткәреү варианттары ҡарала. Аныҡ ҡарар эпидемиологик хәл-торошто иҫәпкә алып ҡабул ителәсәк. БДИ бөтә ил буйынса берҙәм расписаниеға ярашлы уҙасаҡ.
Берҙәм дәүләт имтихандары мотлаҡ "Роспотребнадзор"ҙың әлеге хәл-торошҡа ҡағылышлы тәҡдимдәрен иҫәпкә алып ойоштороласаҡ. Инеү урындарында ойоштороусыларҙың да, уҡыусыларҙың да температураһын үлсәйәсәктәр, аудиторияларға алдан дезинфекция үткәреләсәк. Һынау тапшырыусылар бер-береһенән 1,5 метр ара һаҡлап ултыртыласаҡ. Рус теленән БДИ-ла кешенең күп ҡатнашыуын иҫәпкә алып, имтиханды ике көнгә бүлеп уҙғарасаҡтар.
Фото: nagorny.mos.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: