Яйыҡ
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 18:10

Өфөнән ун кеше һынауҙа ҡатнаша

Башҡортостанда COVID-19 сиренән дарыуҙы клиник һынау башланды.

Башҡортостанда COVID-19 сиренән дарыуҙы клиник һынау башланды. Яңы типтағы коронавирус ауырыуын дауалау өсөн тәғәйенләнгән “Левилимаб” препаратын Рәсәйҙең өс үҙәгендә һынай башланылар. Шуларҙың береһе – Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы.Әле һынауҙың беренсе этабы үтә. Унда 10 кеше ҡатнаша. Препарат ауырыуҙы йоҡторғандар өсөн тәғәйенләнә. Инъекция тире аҫтына бер тапҡыр яһала. Тәүге тест һөҙөмтәләре июндә билдәле буласаҡ, унан һынауҙың икенсе этабы башлана.“Препаратты клиник һынауҙың беренсе этабы июнь башында тамамлана, – тине БДМУ-ның госпиталь терапияһы кафед­раһы мөдире Булат Бакиров. – Дарыуҙың һөҙөмтәлелеге буйынса һуңғы мәғлүмәттәр ҙә шул ваҡытта булыр. Яҡын арала пациенттарҙы дауалау өсөн препарат барлыҡҡа килер, тип ышанам”.
Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА
Читайте нас: